Найти тему
Башҡортостан гәзите

Геологтар Ғафури районында нимә эшләне?

– Ғафури районы чемпионатты үткәреү майҙансыҡтарының береһе итеп осраҡлы һайланмаған. Геологик киҫелештәр урынлашҡан был ерҙәр геологтар өсөн бик ҡыҙыҡлы, – тине Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. – Башҡортостан халыҡ-ара геология чемпионатын үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны һәм үҙе тураһында Рәсәй геологияһы үҙәге булараҡ ышаныс белдерә. Бергәләп геология фәнен үҫтереүгә нигеҙ һалабыҙ, геолог һөнәренең абруйын тергеҙәбеҙ. Эре предприятиелар был тәҡдимде күтәреп алды, улар чемпионат еңеүселәрен һәм призерҙарын үҙҙәренә эшкә саҡыра ала, былтырғы ҡатнашыусылар ошо рәүешле үҙҙәренә эш урындары тапты. Рәсәйҙең һәм тағы ла ун илдең урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары шлих һынауы, геологик маршрут, гидрогеология буйынса ярыштарҙа көс һынашты. Мәҫәлән, шлих һынауы буйынса ярышта студенттар ҡаҙылма байлыҡтар эҙләүҙең боронғо алымын күрһәтте, уны геологтар беҙҙең көндәрҙә лә әүҙем ҡуллана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2-9 сентябрҙә Башҡортостанда “ГеоСаҡырыу” халыҡ-ара чемпионаты уҙа, унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 250 студент һәм уҡытыусы ҡатнаша. Башҡортостандан Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты, Октябрьский нефть колледжы, Аҡъяр тау колледжы командалары сығыш яһай. Фото: www.bashkortostan.ru сайтынан.