Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Алға" үзбәк дуҫтарыбыҙҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы

“Наманган” махсус иҡтисади зонаһы директоры Сардор Парпиев “Өфө” индустриаль паркы резиденттарының етештереү предприятиеларында булды. Уның “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе составына ингән парк буйлап экскурсияһы Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә республикаға эш сәфәре сиктәрендә үтте. Сардор Парпиевҡа “Ультрадизайн” ағас эшкәртеү производствоһы һәм “РБ Моторс” вездеход машиналар етештереү заводын күрһәттеләр. Резиденттар менән танышыуҙан тыш, Үзбәкстандан килгән коллега “Алға” махсус иҡтисади билмәһенең идара итеүсе компанияһы – Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы ойошторған инфраструктураны ла тикшерҙе. – “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе, атап әйткәндә, уның бишенсе майҙансығы “Өфө” индустриаль паркы – һөҙөмтәле эшләүсе өҫтөнлөклө биләмәнең сағыу миҫалы. Үҙ сиратында, Үҫеш корпорацияһы өҫтөнлөклө биләмә инфраструктураһын әүҙем үҫтерә, шуның менән резиденттар өсөн уңайлы шарттар булдыра. Тәжрибәбеҙҙе Үзбәкстан уҙаҡташтары менән хеҙмәттәшлектә ҡулланырға әҙербеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһы үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. Бөгөнгө көндә “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенең дөйөм майҙаны 763 гектар тәшкил итә, ә уның резиденттары булып дөйөм инвестициялар күләме 65 миллиард һум самаһы булған 22 компания тора. Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Межденародная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә. Фото: pravitelstvorb.ru