Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Журналистар союзы рәйесе тыуған яғына ҡайтып тауыш биргән

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов тыуған төйәге Ишембайға ҡайтып гражданлыҡ бурысын үтәгән. Ошо хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙма менән уртаҡлашты. "Һайлау кампанияларында, ғөмүмән, йәмәғәт тормошонда элек-электән әүҙем ҡатнашырға тырышам. Бөгөн дә, традицияға тоғро ҡалып, тыуған төйәгем Ишембайға ҡайтып гражданлыҡ бурысымды үтәнем. Ҡасандыр ошо участкала депутат булып эшләргә лә тура килде. Тауыш биреү өсөн ҡайтыу - ул тыуған яҡты, туғандарҙы, дуҫ-иштәрҙе күреп килеү, ғүмерҙең матур, әүҙем йылдары үткән Ишембайҙы һағыныу хисен баҫыу өсөн бер сәбәп тә. Алда торған мөһим ваҡиға - 6, 7 һәм 8 сентябрҙәге Берҙәм тауыш биреү кампанияһы тыныс, имен шарттарҙа үтһен. Республикабыҙ үҫешһен, алға барһын, иң мөһиме - ил-йортобоҙҙа тыныслыҡ, именлек булһын!" - тип яҙҙы Вәдүт Ғәйфулла улы. Фото: https://vk.com/id99411513