Һайлау көндәрендә республика дауаханаларында ятҡан Башҡортостан кешеләре дауаланыу урынында тауыш бирә аласаҡ. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Елена Озерина хәбәр итеүенсә, тикшереү бөтә дауалау учреждениеларының әҙерлеген күрһәткән. Сәләмәтлеге сикләнгән пациенттар өсөн күсмә урналар ҡаралған. Бынан тыш республика табиптары был көндәрҙә һайлау участкалырына килгән кешеләрҙең һаулығы өсөн дә яуап бирә. "Ашығыс ярҙам" штат режимында эшләй, әлегә һайлау участкаларына саҡырыуҙар килмәгән, тип хәбәр итте Елена Озерина. Дауаханалағы пациенттар башҡалар кеүек үк өс көн дауамында түгел, ә бер көндә – йәкшәмбелә тауыш бирә, тип асыҡлыҡ индерҙе 13-сө ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Булат Ғарифуллин. “Алдан ошо көндә стационарҙа ятасаҡ пациенттар тураһында мәғлүмәт алдыҡ, комиссияға тапшырҙыҡ. Бынан тыш, табиптарҙың дежур сменаһы эшләй, улар ҙа үҙ теләге буйынса эштә тауыш бирә ала. Бөгөн беҙҙә 360 кеше дауалана, 14-е - реанимацияла. Әлбиттә, үтә ауыр хәлдәге кешеләр тауыш бирә алмай. Бынан тыш, көн һайын яңы пациенттар ҡабул ителә, ҡағиҙә булараҡ, улар киҫкен торошта, һәм уларға иң мөһиме – дауалана башлау. Иртәгә йәки йәкшәмбе дауаханаға эләккән кешеләр исемлектәргә инеп өлгөрмәй. Әгәр тауыш биреү теләктәре бик ҙур булһа, һәм хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булһа, уларҙы ике сәғәткә ебәрә һәм гражданлыҡ бурысын үтәү мөмкинлеге бирә алабыҙ”, – тине ул. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.