Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Мәскәүҙә лә яҡташтарыбыҙ әүҙем тауыш бирә”

Мәғлүм булыуынса, республика халҡы өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лә һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Һандарға килгәндә, республикала 3302 участка эшләй, шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр Мәскәүҙә, республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә лә һайлау участкаһы ойошторолған. Бында эштә, командировкала, йә иһә сәйәхәттә булған яҡташтарыбыҙ килеп, өс көндөң береһендә тауыш бирә ала. Бының өсөн паспорт ҡына кәрәк. Әйткәндәй, Мәскәүҙә лә рус һәм башҡорт телдәрендә тауыш бирергә мөмкин. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВА Мәскәүҙәге участкала тауыш бирҙе. – Илдең баш ҡалаһында, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ойошторолған участканың һаны – 3550. Иртәнән үк бында һайлаусылар күп ине. Араларында ғаилә менән килеүселәр, командировкала булыусылар, Мәскәүҙә дауаланыу үтеүселәр, шулай уҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Һайлау өсөн алдан “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша теркәлеү үтеп булһа, урында ла был йәһәттән ярҙам күрһәтәләр. Паспорт булған осраҡта, Башҡортостанда теркәлгән яҡташтарыбыҙға һайлау комиссияһы ағзалары бар процедураларҙы теүәлләргә булышлыҡ итә. Һаулығы яғынан мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә тауыш бирә ала: комиссия ағзалары күсмә урна менән эргәләренә бара. Мәҫәлән, бөгөн бер төркөм дауалау учреждениеһына юлланды. Беренсе тәжрибә булыуға ҡарамаҫтан, участкала эш юғары кимәлдә ойошторолған. Бөтә ойоштороу саралары ла үтәлгән, шулай уҡ байрам атмосфераһы булдырылған. Рәссамдарыбыҙҙың эштәренең күргәҙмәһен күрергә мөмкин, туған көйҙәр яңғырай, #Рәхмәт акцияһы ла бар. Комиссия эшенә Илшат Рәхмәтуллин етәкселек итә. Мин барлыҡ республика халҡын һәм Мәскәүҙәге яҡташтарыбыҙҙы тауыш бирергә һәм гражданлыҡ бурысын үтәргә, республикабыҙҙың киләсәген һайларға саҡырам, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Фото: Э. Айытҡолова.