Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Беҙҙең халыҡ битараф түгел"

Өфөләге “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә брифингтар башҡорт телендә лә үтә. Мәҫәлән, журналистар менән осрашыуға политолог, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов килде. Әйткәндәй, ул бөгөн иртәнсәк үҙенең һайлау участкаһына ингән һәм гражданлыҡ бурысын үтәгән. – Башҡортостан халҡы элек-электән һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтә. Тарихсы булараҡ, шуны әйтә алам: халҡыбыҙ һәр осорҙа ла илебеҙҙәге хәл-ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдерә, битараф түгелдәр. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуын хәтергә төшөрәйек: был мөһим процесс халҡыбыҙҙың сәйәси яҡтан өлгөргәнлеген, алдан күҙаллай белеүен асыҡ күрһәтте, – тине ул. – Ауыл халҡы иһә элек-электән үк һайлауға дәррәү йөрөй, ҙур ойошҡанлыҡ күрһәтә. Билдәле булыуынса, быйыл Мәскәү ҡалаһында ла Башҡортостанда теркәлгән кешеләр өсөн һайлау участкаһы асылды. Юлдаш Мөхәмәт улы әйтеүенсә, унда ла башҡорттар һәм республика халҡы барыр һәм үҙ һайлауын яһар. Ғөмүмән, политолог фекере буйынса, Башҡортостандан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа республикалағы хәл-ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмай. – Сит өлкәләрҙәге яҡташтарыбыҙ беҙгә йыш мөрәжәғәт итә, улар менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Милләттәштәребеҙҙең үҙҙәрен билдәләргә, күрһәтергә теләүҙәре – шатлыҡлы күренеш. Беҙ уларға социаль эшмәкәрлектәрен селтәрҙәрҙә яҡтыртырға кәңәш итәбеҙ, был – халҡыбыҙҙың берҙәм, әүҙем, алдынғы ҡарашлы икәнен күрһәтеүҙең шәп ысулы. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.