Баш ҡала халҡы һайлау башланғандың тәүге минуттарынан уҡ әүҙемлек күрһәтә. 386-сы һайлау участкаһы алдында ла иртәндән сиратҡа тороп, һайлау башланғанын көтөп торҙолар. Иң беренсе һайлаусы Гөлназ Хәниф ҡыҙы Әхмәтйәнова булды. Ул 1-се район-ара һалым инспекцияһында эшләй. Һайлау - уның ғаилә тарихының айырылғыһыҙ бер бите булып тора. – Бөгөн иртә менән һайлауға барҙым. Кискә ауылға ҡайтам, шуға ла һайлауҙы ҡалдырмаҫ өсөн алдан тауыш бирҙем, 8 сентябрҙә килеп өлгөрмәүем дә бар. Һайлауға һәр саҡ оло яуаплыҡ менән ҡарайым, бала саҡтан минең өсөн оло ваҡиға булды, сөнки атайым Хәниф Ниғәмәтйән улы Әхмәтйәнов Өфө ҡалаһы Октябрьский районының территориаль комиссия ағзаһы булды. Һәр ваҡыт уның эргәһендә булдым, һайлау комиссияһының нисек эшләгәнен күреп үҫтем. Шуғалыр ҙа Тыуған илгә, Башҡортостанға ҡарата көслө илһөйәрлек тәрбиәһе алдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һайлауында ҡатнашҡан, Белорет округы буйынса депутатлыҡҡа кандидат атайым нәҡ ошо мәлдә аварияла һәләк бул