Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әлегә ялыуҙар юҡ

“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостанда һайлау барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исәргәкова быйылғы һайлау кампанияһында эшләгән йәмәғәт күҙәтеүселәре эше һәм ошо минутҡа булған ялыуҙар тураһында һөйләне. Башҡортостан был һайлау өсөн 13 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе әҙерләгән. Уларҙың күбеһенең бынан алдағы сәйәси кампанияларҙа эшләү тәжрибәһе бар. Күҙәтеүселәр махсус рәүештә уҡыған һәм төплө әҙерлек үткән. Араларында уҡытыусылар, табиптар, студенттар, йорт хужабикәләре, пенсионерҙар бар. – Беҙҙең күҙәтеүселәр ошо йылдарҙа ҙур тәжрибә тупланы, эштәрен бик яуаплы башҡаралар. Уларҙы махсус уҡытабыҙ. Шуныһы: улар өс көн буйы бушҡа йөрөй, бының өсөн уларға түләнмәй, – тине ул. – Күҙәтеүселәр ҡайһылыр билдәле бер кандидат йәки партия еңһен тип теләмәй. Улар өсөн иң мөһиме – һайлау процесының законға ярашлы үтеүе, етешһеҙлектәргә юл ҡуйылмауы. Улар төрлө низағлы хәлдәрҙән нисек сығырға, кешеләргә төрлө мәсьәләләр буйынса нисек ярҙам итергә уҡытылған, – тине Максим Беляев. Лида Исәргәкова һөйләүенсә, былтырғы йыл тәжрибәһе буйынса был юлы ла эшкә блогер-күҙәтеүселәр йәлеп ителде. Улар һәр бер һайлау участкаһында бар. Был кешеләр менән уҡытыу тағы ла төплөрәк үткән, улар һайлау барышын социаль селтәрҙә һәм матбуғат сараларында нисек яҡтыртырға икәнлеген дә белә. Ялыуҙарға килгәндә, әлеге минутҡа улар булмаған. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.