6, 7 һәм 8 сентябрҙә үткән Берҙәм һайлау көнөн Яңауыл районы халҡы ҙур әҙерлек, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды. Бәнибаш ауылында эшләп килгән "Инвожо" удмурт фольклор төркөмөнә берләшкән ҡатын-ҡыҙҙар һайлауға милли кейемдә, йыр-бейеү, күстәнәстәр менән килгән. Улар Яңауыл районында һәм райондан ситтә ойошторолған байтаҡ сараларҙа ҡатнаша. "Инвожо" төркөмөнөң бик күп наградалары бар. Был ханымдар удмурт халҡының милли йолаларын, традицияларын, йыр-бейеү сәнғәтен һаҡлау, йәш быуынды милли рухи байлыҡ өлгөләре менән таныштырыу йәһәтенән бик матур эш алып бара. Ә бөгөн "Инвожо"лар гражданлыҡ бурысын дәррәү рәүештә үтәп кенә ҡалманы, үҙҙәренең сығышы менән ауылдаштарына яҡшы кәйеф бүләк итте, 3421-се һайлау участкаһында байрамса мөхит булдырҙы. Сығанаҡ: Яңауыл районы хакимиәте.