Найти тему
Башҡортостан гәзите

МХО яугире беренсе булып һайланы

Яңауыл районының Иҫке Вәрәш ауылындағы һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция яугире Сергей Шәрипов килде. Ул - «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған ҡыйыу ир-азаматы. Сергей Шәрипов 2023 йылдың июнендә Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге ирекле башҡорт батальоны составында махсус хәрби операция зонаһына юллана. Быйыл март айында, көслө алыш мәлендә, медицина хеҙмәткәрҙәре ултырған машина блоклана. Яңауыл егете, бер секунд та уйлап тормайынса, ярҙамға ташлана һәм уларҙы ҡотҡара! Әммә үҙе ныҡ ҡына яралана - башы йәрәхәтләнә. Сергей иҫен юғалта. Сәләмәтлегенә бәйле әллә күпме ыҙалар үтеүгә ҡарамаҫтан, ул үҙенең дөрөҫ аҙым яһауына тамсы ла шикләнмәй. Госпиталгә аңына килгәс, уны үҙе ҡотҡарған медицина хеҙмәткәрҙәренең бағыуын күрә. Был беҙҙең халҡыбыҙға ғына хас булған туғанлыҡ һәм фиҙакәрлек рухын билдәләй. Әле Сергей Мулланур улы өйөндә, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле фронтҡа кире бара алмай, әммә уның йөрәге дуҫтары менән алғы сафта ҡала. Ә бөгөн, 6 сентябрҙә, Сергей Мулланур улы Иҫке Вәрәштә тәүгеләрҙән булып һайлау участкаһына килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне. Ҡыйыу яугир-ветеранға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Фото һәм сығанаҡ: Яңауыл районы хакимиәте.