Тауыш биреүҙең тәүге сәғәте генә үтеүгә ҡарамаҫтан “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эштәр ҡыҙыу бара. Үткән йылғы тауыш биреүҙәр тәжрибәһе буйынса, участкаларҙа быйыл да блогер-күҙәтеүселәр эшләй. Райондарҙа һайлауҙың нисек башланыуы һәм кешеләрҙең әүҙемлеге тураһында Бүздәк һәм Дәүләкән райондарынан блогер-күҙәтеүселәр һөйләне. Бүздәктән тура бәйләнешкә сыҡҡан Зәлиҙә Илмәтова әйтеүенсә, уларҙың участкаһында 2400 самаһы һайлаусы теркәлгән. – Иң беренсе булып Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Игдиев тауыш бирҙе, ул ғаиләһе менән бергә килде. Шулай уҡ тәүге сәғәттәрҙә эшләгән кешеләр эшкә барышлай инеп сыҡты. Әлеге ваҡытта барыһы ла тыныс, тауыш биреү штатлы тәртиптә бара, – тине ул. – Мин блогер-күҙәтеүсе булып бер нисә йыл эшләйем, бының өсөн махсус уҡыу үттек, әҙерләндек. Халыҡҡа һайлау барышын ваҡытында һәм дөрөҫ итеп еткәрәсәкбеҙ. Дәүләкән районынан блогер-күҙәтеүсе Ольга Юдина әйтеүенсә, эш 8-ҙә гимндар тыңлау менән башланған. Әле иһә участкала ең
