“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт матбуғат үҙәгенә килгән һайлау штабы вәкилдәре белдереүенсә, Башҡортостанда һайлау тыныс шарттарҙа үтә. “Хәлдең яҡшы булыуын күҙәтәбеҙ, ялыуҙар килмәне, тик ыңғай яңылыҡтар ғына. Өс көн дә ғәҙел, тыныс үтер тип ышанабыҙ”, – тине “Ғәҙел Рәсәй – Илһөйәрҙәр – дөрөҫлөк өсөн” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Екатерина Самсонова. “Әлегә ниндәйҙер һығымта яһау ауыр. Хәлдәр, ысынлап та, яҡшы, кешеләр йырлай, бейей, үҙ хоҡуҡтарын әүҙем тормошҡа ашыра. Әлегә ҡыҙыу линияға практик, ойоштороу мәсьәләләре буйынса ғына һорауҙар килә: нисек участкаға барып етергә, уның адресы, – тине “Яңы кешеләр” партияһының төбәк бүлексәһе советы секретары Руслан Дәүләтшин. – Беҙҙә генә түгел, бөтә ил буйынса һайлауҙар бара, шуға күрә барыбыҙға ла был процедураның лайыҡлы кимәлдә үтеүен теләйем”. “Йома иртәнге сәғәт 8-ҙә участкала 10 кеше бар ине, был яҡшы һөҙөмтә тип иҫәпләйем. Өс көн буйына тауыш биреү – бик уңайлы формат, эштәрҙе планлаш
Кемдер беләҙектәрҙе балаларына һорап ала, кемдер баш тарта
6 сентября 20246 сен 2024
1 мин