Күренекле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, яңы төҙөлгән Ҡурайсылар дәүләт ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов бер һайлауҙы ла ҡалдырмай, әүҙем гражданлыҡ ҡарашы бар. Бөгөн дә ул иртә менән ҡасандыр үҙе уҡыған Өфө сәнғәт училищеһында (колледжда) урынлашҡан һайлау участкаһына килеп, тормош юлдашы Фәниә Сабирйән ҡыҙы менән бергә бурысын атҡарып ҡайтты. Абруйлы шәхесебеҙгә мөрәжәғәт итеп, уның мөһим ваҡиғаға ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашыуын үтендек. – Тормош иптәшем менән бергәләп, бер һайлауҙы ла ҡалдырмай йөрөйбөҙ. Тормошта ғөмүмән әүҙем булырға кәрәк. Был ябай ғына һайлау түгел, артабанғы үҫеш өсөн мөһим аҙым. Мин дә Башҡортостаныбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн тауыш бирҙем. Тормош алға барһын, донъялар имен булһын, тип. Әлеге заман бик ҡатмарлы. Советтар Союзы тарҡалғас та, беҙҙе үҙһенмәгән илдәр Рәсәйгә ҡаршы һөжүм башланы, һәм ул төрлө юлдар менән алып барылды: белем биреү системаһы, мәҙәниәт ҡаҡшатылды, кешеләр араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуҙы, бер-беребеҙгә ышаныс юғалды... Илебеҙҙәге тыныслыҡты боҙор өсөн ул илдәр төрлө мәкерле аҙымдарға бара. Бына, әйтәйек, рустар "Вера, Надежда, Любовь" тигән өс төшөнсәгә таяна, һәм беҙ ҙә шулай – Ышаныс, Өмөт һәм Мөхәббәт тота донъяны. Әгәр ҙә илдә етәкселәргә ышаныс булмаһа, ябайыраҡ миҫалда әйткәндә – ғаиләлә бер-береңә ышаныс булмаһа, тормош алға бармай. Бөтөн нәмә ышаныстан тора, башҡалары шуға бәйле. Шуның өсөн мин дә, киләсәгебеҙ яҡты, яҡшы булыр, тип өмөтләнәм, тыуған республикамды яратам һәм киләсәккә ышанам! Берҙәм, татыу булайыҡ, гражданлыҡ бурыстарыбыҙҙы онотмайыҡ, шул саҡта барыһы ла яҡшы булыр, – тине Азат Миңлеғәле улы. Фотолар – А. Айытҡоловтың шәхси архивынан.
Азат АЙЫТҠОЛОВ: "Тормошта әүҙем позициялы булыу мөһим"
6 сентября 20246 сен 2024
3
1 мин