Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәмәғәт матбуғат үҙәге эш башланы!

Башҡортостанда һайлау башланыу менән республикала тауыш биреү барышын оператив рәүештә яҡтыртыу өсөн “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге эш башланы. Журналистарҙың эше Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлау менән башланды. Матбуғат үҙәге эшен Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов менән Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов асты. – Йәмәғәт матбуғат үҙәге һәр һайлау кампанияһында ошондай форматта эшләй. Беҙ журналистар менән бергә республикала тауыш биреүҙең нисек барыуын күрһәтәсәкбеҙ. Тура бәйләнештәр буласаҡ. Мәҫәлән, иреге сикләнгән, сирләгән кешеләр хоҡуҡтарын нисек үтәйәсәк, һуңғы һандар тураһында мәғлүмәттәр... Йәмәғәт матбуғат үҙәге өс көн дауамында тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләйәсәк, – тине Данияр Абдрахманов. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, республикала 2300 самаһы журналист бар һәм уларҙың кәмендә яртыһы һайлауҙарҙы яҡтыртыу буйынса эшләйәсәк. Шуның менән бе

Башҡортостанда һайлау башланыу менән республикала тауыш биреү барышын оператив рәүештә яҡтыртыу өсөн “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге эш башланы. Журналистарҙың эше Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлау менән башланды. Матбуғат үҙәге эшен Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов менән Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов асты. – Йәмәғәт матбуғат үҙәге һәр һайлау кампанияһында ошондай форматта эшләй. Беҙ журналистар менән бергә республикала тауыш биреүҙең нисек барыуын күрһәтәсәкбеҙ. Тура бәйләнештәр буласаҡ. Мәҫәлән, иреге сикләнгән, сирләгән кешеләр хоҡуҡтарын нисек үтәйәсәк, һуңғы һандар тураһында мәғлүмәттәр... Йәмәғәт матбуғат үҙәге өс көн дауамында тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләйәсәк, – тине Данияр Абдрахманов. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, республикала 2300 самаһы журналист бар һәм уларҙың кәмендә яртыһы һайлауҙарҙы яҡтыртыу буйынса эшләйәсәк. Шуның менән бергә, улар һәр ваҡыттағыса тәүгеләрҙән булып үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк. – Бында Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә генә өс көн дауамында йөҙгә яҡын журналист эшләйәсәк. Шулай уҡ һәр ҡалала һәм районда һайлау участкаларында буласаҡтар. Хәбәрселәр ошондай форматта эшләп өйрәнгән һәм барлыҡ дөрөҫ һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ваҡытында уҡыусыларға еткереләсәк. Коллегаларҙан үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар көтөп ҡалабыҙ, – тине ул. Гөлназ Ҡотоева фотоһы.