“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһында йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу буйынса даими саралар үткәрелә. 3 сентябрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалында бизнес-шериф Лилиә Петрова һәм “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Руслан Баянов студенттар менән осрашыу үткәрҙе, унда ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы саралары һәм уны алыу шарттары тураһында һөйләнеләр. Мәҫәлән, Инновацияларға булышлыҡ итеү фондының “Студенттар стартапы” программаһы сиктәрендә студенттарҙың 1 миллион һум алыу мөмкинлеге бар. Программа студенттарҙың стартап-проекттарын тормошҡа ашырыуға һәм яңы тауарҙар, изделиелар, технологиялар йәки хеҙмәттәр булдырыу буйынса эштәрҙе иң иртә үҫеш стадияһында башҡарыуға йүнәлтелгән. Былтыр Өфө фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалы студенты Айҙар Хәмиҙуллин был ярҙам сараһы менән файҙаланып, үҙ проектын тормошҡа ашыр