Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урындағы тәҡдимдәр иҫәпкә алына

Башҡортостандың Урал аръяғы төбәген 2030 йылға саҡлы үҫтереү стратегияһын республикабыҙ Хөкүмәте 2022 йылдың сентябрендә үк раҫлағайны. Планда – яңы энергетика объекттары булдырыу, инфраструктураны үҫтереү, төбәктең туристарҙы йәлеп итеү һәләтен арттырыу, яңы эш урындары асыу. Был ҡарар ҡабул ителгәндән һуң ике йыл ғына уҙҙы, әммә уның уңышлы тормошҡа ашырыла башлыуы тураһында бөгөн үк ышаныслы әйтергә мөмкин. Был стратегия тәүге тапҡыр IV Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы майҙансығында иғлан ителгәйне. Документты Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү финанс институты эшләгән. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ: “Республика – Урал аръяғының төп инвесторы. Ул беҙҙең мәнфәғәттәр, борсолоуҙар һәм ҡыуаныстар даирәһендә. Шуға күрә үҫеш стратегияһын эшләгәндә урындағы муниципалитеттарҙың тәҡдимдәрен дә өйрәнеү, унда йәшәгән халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алыу, барыһы менән дә кәңәшләшеү үтә мөһим”. Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев: “Былтыр беҙ республиканың Урал аръяғы төбәгендә Сибай – Аҡъяр юлын төҙөкләндереүгә тотондоҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был эште башлауҙы һәм уны финанслауҙы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушты. Былтыр уның 30 километрға яҡынын ремонтлаһаҡ, йыл аҙағынаса ошо юлдың тағы ла 23,5 километрын төҙөкләндереү планлаштырылған. Киләһе йылдың тәүге яртыһында төбәктә ПС-500 электр ярҙамсы станцияһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ, ул Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарында электр селтәрҙәрен технологик тоташтырыуға сикләүҙе бөтөрөргә ярҙам итәсәк”. Фото: “Башинформ”.