Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы. “Шайморатов генерал миҙалы һәм ордены – Башҡортостан Республикаһының төп хәрби наградалары. Улар йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа, хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ, героизм өсөн тапшырыла. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһы ла был наградаға хөрмәт менән ҡарай – улар лайыҡлы, хәрбиҙәр. Йылдар үтер һәм урамда сәстәренә сал төшкән ирҙәрҙе ошо миҙал йәки орден менән күрһәк, алдыбыҙҙа Рәсәй, республика һәм кешеләр өсөн геройлыҡ ҡылған ысын яугир, ысын кеше икәнлеген аңлаясаҡбыҙ”. Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.