Луганск Халыҡ Республикаһына эш сәфәрендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһының социаль объекттарын ҡараны. Уларҙы Башҡортостан төҙөүселәре ремонтлағайны. Красный Лучтағы 9-сы мәктәптә тәҙрәләрҙе алмаштырҙылар һәм бинаның ҡыйығын ипкә килтерҙеләр. Белеүебеҙсә, 2023 йылда Башҡортостан белгестәре тарафынан модулле ҡаҙанлыҡ ҡуйылғайны һәм ул эшләп киткәйне. Республика Башлығы Красный Лучтағы 57-се “Аленушка” балалар баҡсаһын да ҡараны. Бында яңы уҡыу йылы башына республикабыҙ белгестәре йылытыу системаһын алмаштырыҙы, ҡыйыҡты ремонтланы, яңы пластик тәҙрәләр ҡуйҙы. Красный Луч хакимиәтендә төбәк етәксеһе Башҡортостандан медицина белгестәре һәм юл хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Улар Луганск Халыҡ Республикаһындағы коллегаларына ярҙамға килгән. Республика Башлығы уларға намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм урында йәшәүселәргә мөһим, кәрәкле ярҙам өсөн рәхмәт әйтте. Луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренең 24-се бригадаһы эшләй. Ҡыуатов исеме