Крәҫтиән (фермер) хужалығын алып барыу отошло түгел, иҡтисади яҡтан күп сығымдар талап итә, аҙыҡ-түлек запасын булдырыуға өлөш индермәй тигән ҡараш бөгөн көнүҙәклеген юғалтты. Һуңғы йылдарҙа Хөкүмәт тарафынан күрһәтелгән ярҙам үҙ һөҙөмтәһен бирә башланы. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының ил иҡтисадына индергән өлөшө йылдан-йыл арта бара, улар төрлө баһалар буйынса ауыл хужалығы продукцияһының яҡынса 15 процентын етештерә. Кредит ресурстары һәм субсидиялар башлыса эре етештереүселәргә киткәнен иҫәпкә алһаҡ, был һәйбәт күрһәткес икәнлеген аңлайһың. Һәр ауылда тиерлек бер нисә крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләп килә. Улар ауыл халҡына социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә: эш менән тәьмин итеү, юлдарҙы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм башҡалар. Юрист ер һөрә башлаған Шәхси эшҡыуар, Борай районының крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Рәмил Зарипов – уңышлы йәш етәксе. 2016 йылда ул үҙенең фермерлыҡ хужалығын ойошторған һәм “Агростартап” программаһында ҡатнашҡан. 2021 йылда “Ғаилә фермаһы” прогр