Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Инвест-сәғәт”тәрҙең һөҙөмтәһе ҙур

Республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында быйыл 1314 «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үткәрелгән, уларҙа 1,7 мең инвестиция проекты ҡаралған — был 2023 йылдың ғинуар-май айҙары менән сағыштырғанда 3 процентҡа күберәк. Улар 7,5 мең яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 70 миллиард һум тәшкил итә. Инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеү форматы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. “Инвестиция йәлеп итеү һәр муниципалитеттың төп бурысы булырға тейеш”, – ти республика Башлығы. Шуға ла төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса “Инвестиция сәғәте” осрашыуҙары, республика кимәлендә һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, һәр район һәм ҡалала үткәрелә башланы. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: “Беҙ үҙебеҙгә амбициоз бурысты йөкмәнек – иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итергә. Был күрһәткес даими күтәрелә барғанлыҡтан, уны артабан яҡшыртыу йылдан-йыл ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Әммә башҡа вариант юҡ. Шуға күрә инвестициялар йәлеп итеү һәр муниципалитет башлығының мөҡәддәс бурысы булырға тейешле”. ФЕКЕР Рөстәм Камалов, иҡтисад фәндәре кандидаты: “Һис һүҙһеҙ, Радий Фәрит улының башланғысы менән ойошторолған “Инвест-сәғәт”тәр ҙур һөҙөмтә бирә, һәм беҙ быны барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ. Улар – меңдән ашыу тормошҡа ашырылған проекттар. Был беҙҙең республиканың иҡтисад үҫтереү буйынса ҡеүәтле драйверға әүерелде”. Фото: “Башинформ”.