Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ә Дамирҙан хәбәр юҡ...

Башҡортостанда март аҙағында юғалған Дамир Әҙеһәмовты эҙләү әле һаман дауам итә. 14 йәшлек малай дуҫы Паша менән Ағиҙел буйында, "Чайка" лагеры янында 30 мартта уҡ ғәйеп булғайны. Ошо тиклем ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡотҡарыусылар уны эҙләүен туҡтатмай. Улар хәбәр итеүенсә, кисә эҙләүҙең 159-сы көнө тамамланған. Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар тағы 34 километр акваторияны һәм Ағиҙел йылғаһының яр буйы линияһын катерҙа тикшергән, ләкин малайҙың эҙе табылмаған. Үҫмерҙәрҙең юғалыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәрҙең төп версияһы - һыуға батып үлеү. Билдәле булыуынса, Павел ике ай үткәс табылды. Уның кәүҙеһе күҙалланғанса, Ағиҙелдә, Еңеү паркы тирәһендә ине. Фото: социаль селтәрҙәр.