Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алты бер туған атай-әсәй эҙләй

Эйе, алты бала – ул ҙур яуаплылыҡ, әммә улар бик татыу һәм бер-береһен ныҡ яҡын күрә. Өс ҡыҙ һәм өс егет булып үҫеп килә улар. Барыһы ла ғаилә, йорт йылыһы, хәстәрлекле атай-әсәйле булыу тураһында хыяллана. Малайҙарҙың өлкәне Айнур 9-сы класты тамамлап, колледжға уҡырға ингән. Ҡыҙҙарҙың иң ҙуры Айгөл китап уҡырға ярата. Ул ашнаҡсы-кондитер булырға хыяллана. 12 йәшлек Айрат бик ҡыйыу һәм бер ҡасан да туғандарын ҡыйырһытырға бирмәй. Ул спорт менән шөғөлләнә, велосипедта йөрөргә ярата. 9 йәшлек Азалия – дүртенсе класс уҡыусыһы. Ул – һәр төрлө өй эштәрендә алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Ҡыҙыҡай һүрәт төшөрөргә ярата һәм был шөғөлө бик яҡшы килеп сыға. Иң кеселәре – алты йәшлек Айһылыу менән Айҙар – игеҙәктәр. Улар рәхәтләнеп һүрәт төшөрә, әүәләй, һанай һәм яҙа белә. Балаларға яратҡан ғаилә табырға ярҙам итеү өсөн репост яһауығыҙ һорала. Бер туғандар тормошта үҙ урынын табып, яҡшы кешеләр булып үҫһен, тигән теләктә ҡалабыҙ! Сығанаҡ: https://vk.com/pozitiv_news_ufa