– Бәләкәй саҡтан башҡорт йырҙарын тыңлап һәм йырлап үҫтем, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. 2022 йылда “Тамырым – башҡорт!” проекты буйынса Башҡортостанға килгәс, минең артабан ошонда уҡығым һәм йәшәгем килде, үҙемде өйөмдә кеүек тойҙом. Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гиназия-интернатында уҡыуым менән бәхетлемен. VII класҡа килгәйнем, быйыл туғыҙынсыға күстем, – ти Фирүзә. “Тамырым – башҡорт!” проектын Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто үткәрә. Сара барышында Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан килгән 60 үҫмер аҙна дауамында Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына бара, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныша, шулай уҡ республиканың интернатлы- гимназияларында, юғары уҡыу йорттарында була. – Ике йыл эсендә өс тапҡыр “Тамырым – башҡорт!” проектын ойошторҙоҡ. Һөҙөмтәлә унлаған бала Башҡортостандағы интернат-гиназияға уҡырға инде. Миҫал өсөн, ошо аҙнала Ырымбур өлкәһенән өс бала яңы уҡыу йыл