Ҡалала йәшә лә, ауылды маҡта тиҙәр. Ә бына ауылда йәшәүселәр ҡаланы һағынамы икән? Юҡтыр. Саф һауа, тыныс мөхит һәм иң мөһиме – эштең эргәлә булыуы һайланған юлдың дөрөҫ булыуына тағы бер ишара, ти Туймазы районында йәшәгән йәштәр. Мәҙәни усаҡтар ауыл йылыһын һаҡлай “Ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәре” прораммаһы республикала 2021 йылдың сентябренән тормошҡа ашырыла башланы. Программа ярҙамында күп кенә мәсьәләләр тормошҡа ашты: йәш белестәрҙе ылыҡтырыу, кадрҙар етешмәү хәл ителде. Программа эш башлаған йылда уҡ 49 райондан 60 кеше 500 мең һумлыҡ ярҙам алды. Был аҡсаны 27 кеше фатир йә йортҡа тәүге иғәнә итеп тотондо. Өс йыл эсендә иһә 120 белгес йәшәү шарттарын яҡшыртты. Был маҡсатҡа 75 миллион һум аҡса бүленде. 2025 йылдан әлеге программа бөтә Рәсәй буйынса эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: "Мәҙәниәттең сиктәре юҡ. Был ҡорал кешеләрҙе, ҡайҙа йәшәүенә, ниндәй телдә һөйләшеүен