Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда – тыныс

Өфө ҡалаһында "Махсус хәрби операция һәм Рәсәйҙең милли төбәктәрендә терроризм һәм экстремизм идеологияларына ҡаршы тороу проблемаһы" тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Һөйләшеүҙә дәүләт власы органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, белем биреү һәм фәнни ойошмаларҙан кешеләр, ғалимдар, йәмәғәт һәм дини эшмәкәрҙәр ҡатнашты. Уның тап 3 сентябргә – терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнөнә тура килеүе осраҡлы түгел ине. Терроризм ҡорбандары иҫтәлегенә бер минут тын ҡалғандан һуң түңәрәк өҫтәл үҙ эшен башланы. Башҡортостан буйынса федераль инспектор Николай Разбежкин терроризм менән көрәштең дә, уға ҡарата профилактик эштәрҙең дә мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Айырыуса йәштәрҙе һаҡларға кәрәк, – тине Николай Разбежкин. – Экстремизм һәм терроризмды профилактикалау дәүләттең генә бурысы түгел, ә гражданлыҡ йәмәғәте вәкилдәренең дә иңендә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" рәйесе Гөлнур Ҡолһарина һөйләүенсә, ассамблеяның эше Рәсәйҙә халыҡ-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән. – Халыҡ-ара берҙәмлек – көслө Рәсәйҙең сәскә атауына бер аҙым, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Фото: "Панорама Башкортостана" журналы.