Ирекмән... Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа ошо һүҙ йышыраҡ яңғырай башланы. Был хәрәкәт, моғайын, коронавирус пандемияһы осоронда ҙур популярлыҡ яулағандыр. Һәм шул саҡта һалынған матур йолалар бөгөн дә әүҙем дауам итә. Бөгөн беҙҙең ирекмәндәр күп балалы ғаиләләргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, етемдәргә, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләгә һәм ғөмүмән, ихтыяжы булған һәр кемгә ярҙам итә. Дөйөм алғанда, рәсми теркәлгән ирекмәндәр һаны ғына 138 мең кешегә етә. Ә теркәлмәгәндәре, тик йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам иткәндәре күпме икән... Иң ҡыуаныслыһы уларҙың һаны йылдан-йыл арта. Быға, әлбиттә, иң юғары кимәлдәге ярҙам булышлыҡ итә. Мәҫәлән, 2020 йылда республика Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан ирекмәне” почет билдәһен булдырған тәүге Рәсәй субъекттарының береһе булды. 2023 йылдан алып был награда хәрәкәттә ҡатнашыусы 200 кешегә тапшырылған да. “Һуңғы йылдарҙа ирекмәнлек роле йәмғиәтебеҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙҙән башҡа был осорҙа осраған ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыуы ауыр булыр ине. Ирекмәндәребеҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итте, кешеләрҙе яҡланы – медицина учреждениеларында эшләне, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләне һәм таратты. Янғын миҙгелендә улар утты һүндереү өсөн алыҫ райондарға барҙы. Бөгөн ирекмәндәрҙең күбеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрә. Әлбиттә, былар барыһы ла - һеҙҙең иңегеҙгә төшкән ғәйәт ҙур эш. Һәм бында һеҙ, ирекмәндәр, барыбыҙға ла ныҡлы ярҙамсы иңе ҡуйҙығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!” - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Патриот” паркында республиканың ирекмәндәре менән осрашыуҙа. Ирекмәндәр өсөн ирекмәнлекте үҫтереүҙең яңы мәғәнәләрен, ҡиммәттәрен һәм тәжрибәләрен эҙләү өсөн аралашыу майҙансығын булдырыуға, шулай уҡ профессиональ һәм шәхси компетенцияларҙың мотивацияһын һәм кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән белем биреү программаһы ойошторолған. Бер нисә көн дауамында форум майҙансығында төбәк һәм федераль эксперттар ҡатнашлығында тиҫтәләгән оҫталыҡ дәрестәре, эксперт сессиялары, фекер алышыуҙар һәм семинарҙар ойошторола. ФЕКЕР Тимур ИШҠАРИН, “Еңеү ирекмәндәре” етәксеһе: – Төбәгебеҙҙә ирекмәнлеккә шундай юғары ярҙам күрһәтеүен аңлау бик ҡыуаныслы. Башҡортостанда битараф булмаған кешеләр бик күп бит: улар – йәш ирекмәндәр ҙә, "көмөш“ ирекмәндәр ҙә. Әйткәндәй, беҙ, йәштәр, уларҙан тәжрибә туплайбыҙ. Башҡортостан ирекмәндәре республика алдында торған һынауҙарға һәр саҡ яуап бирә. Былар коронавирусҡа ҡаршы көрәш ваҡытында ярҙам да, урман янғындарын һүндереүҙә булышлыҡ итеү ҙә. Хәҙер беҙҙең алда яңы бурыс – ул хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Беҙҙең татыу команда көн һайын тарихи хәтерҙе һаҡлай, Геройҙарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күрә һәм Ватаныбыҙ тарихына һөйөү уята. “Башҡортостан ирекмәне” почет билдәһен республикала тәүгеләрҙән булып алған Баймаҡ ҡыҙы Айгөл Йосопова бөгөн уны ғорурлыҡ менән һаҡлай. Ул – “Беҙҙең хәстәрлек” социаль проекты ҡатнашыусыһы, Баймаҡ районы ирекмәне. Ирекмәнлек эшмәкәрлеген 2019 йылда “Covid 19” штабында башлай. Әүҙем рәүештә үҙенең районы һәм ҡалаһы кешеләренә был сирҙе еңергә ярҙам итә. Аҙаҡ Баймаҡ урмандарында янғын һүндереүҙә ҡатнаша. Ҡыйыу ҡыҙ уның менән генә сикләнмәй, махсус хәрби операция башланғас, хәрбиҙәр ғаиләһенә ярҙам итә, селтәр үрә, окоп шәмдәре эшләй. Һөҙөмтәлә бер йыл элек үҙе лә контракт төҙөп МХО-ға юллана. Бында ла ул үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Радий Хәбиров ҡулынан Шайморатов миҙалын ала, аҙаҡ кешеләрҙе ҡотҡарған өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ була. 9 майҙа Өфөлә еңеү парадында ҡатнаша һәм был ваҡиға күңелендә онотолмаҫ тойғолар ҡалдырҙы, ти. – Пандемия башланғас та, кешеләргә ярҙам итергә теләнем, ирекмән булырға, кешеләргә ярҙам итергә хәл иттем. Тик бының өсөн уҡып, махсус сертификат алырға кәрәк ине. Йыбанманым, уҡып сыҡтым һәм эш башланым. Мин – автоирекмән. Үҙемдең шәхси машинам бар. Районыбыҙ ҙур бит, күптәргә дарыу, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ алып барыр кәрәк ине. Шул эште башҡарҙым. Ирекмәнлек эше менән буш ваҡытымда шөғөлләнә инем. Әлеге ваҡытта МХО-ламын. Бында ла хеҙмәтем кешеләр ғүмерен ҡотҡарыуға ҡайтып ҡала. Минең өсөн ярҙамға мохтаждарға еңеллек килтереү ҡыуаныс бирә. Һәр кешенең ауыр хәлгә ҡалыуы, бәләгә тарыуы бар. Шуға күрә барыбыҙ ҙа хәлебеҙҙән килгән тиклем бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә тейешбеҙ, тип уйлайым. Фотолар Айгөл Йосопаваның шәхси архивынан һәм "Башинформ".