Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ситтә йәшәһә лә, тыуған төйәгенә ярҙам күрһәтә

2021 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы башланғыс алған проекттың киң танылыу алыуына берәү ҙә шикләнмәгәндер. Ысынлап та, бөгөн был проект күптәрҙе берләштерҙе, тыуған еренә һәм атайсалына ҡарата иғтибарлы булырға саҡырҙы, ҡайтанан үҙ еренең ул һәм ҡыҙҙарын атай нигеҙенә, тәүге тәпәй баҫҡан, ҡанат нығытҡан ауылдарына алып ҡайтты. “Атайсал” проектында ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең күбеһе тап кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Йылайыр районынан тәүгеләрҙән был проектҡа танылған эшҡыуар, Матрай ауылы егете, меценат Ирек Фәхретдин улы Мәҡсүтов ҡушылған. Ситтә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған Матрай егете тыуған ауылы үҫешенә күп көс һала. Ул үҙе Ямал-Ненец автономиялы округының Ноябрьск ҡалаһында йәшәй, “Лидер Транс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры. Ҡасандыр гөрләп эшләп торған “Башҡорт” совхозы тарҡалып, баҫыуҙар, мал фермалары бушап ҡалғас, Ирек Фәхретдин улы тыуған төбәгендә был ауыл хужалығы тармағын йәнә тергеҙергә ҡарар итә. Бөгөн был хужалыҡтың дүрт мең гектар ерендә иген, мал аҙығы культуралары үҫә, фермала 700 баш мал аҫрала. “Атайсал” проектына ҡушылып, Ирек Мәҡсүтов тыуған ауылына һәм районына даими ярҙам күрһәтә, мәҙәни, спорт саралары бағыусыһы була. Ул – Башҡортостанда 2021 йылда башланған һәм бөгөн киң ҡолас алған “Атайсал” проектын күтәреп алған уҙамандарҙың береһе. Әйткәндәй, атап үтелгән проект ауылдарға иғтибарҙы көсәйтергә ярҙам итә. Беренсенән, сит ерҙә йәшәгән билдәле шәхестәрҙең тыуған төйәге менән бәйләнештәрен нығыта, уларҙы ауылды борсоған проблемалар менән яҡындан танышырға этәргес булып тора. Икенсенән, ауыл халҡын борсоған һәм тиҙ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе күтәреп сығырға ярҙам итә. 2023 йылда, мәҫәлән, “Атайсал” проекты сиктәрендә төрлө эштәрҙе үҙ эсенә алған 22 мең сара ғәмәлгә ашырылған. Ҡайҙалыр социаль объекттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, китапханалар биналары төҙөкләндерелгән, мәсеттәр төҙөлгән, һуғыш ветерандарына обелискылар, балалар майҙансыҡтары ҡуйылған, зыяраттар, инештәр таҙаланған һәм уратып кәртәләп алынған. Был проектҡа ҡушылыу өсөн мотлаҡ ҙур сумма аҡса бүлеү кәрәкмәй, уның күләме бәләкәй булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, районға кәрәкле проектҡа ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә мөмкин. Ауыл хакимиәте зыяратты төҙөкләндерә, был эшкә хәлегеҙҙән килгәнсә аҡса бүлә алаһығыҙ. Башҡа яҡташтар менән берләшеп, ниндәйҙер мәсьәләне хәл итергә була. Йәнә урындағы башланғыстар программаһына ҡушылып, үҙегеҙҙең иғәнәгеҙҙе унда күсерә алаһығыҙ. Фото һәм текст сығанағы: “Ауыл уттары” гәзитенән.