Тел бөтмәһә – милләт тә бөтмәй, тигән һүҙҙәрҙе йәмғиәттә йыш ҡабатлайбыҙ. Һәм был ысынлап дөрөҫлөккә тап килә, бигерәк тә һуңғы биш йылда башҡорт телен һаҡлап алып ҡалыу һәм уның статусын күтәреү буйынса етди эштәр башҡарылғанда республика етәкселегенә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кеүек йәмәғәт ойошмаларына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Республикала бөгөн башҡорт телен үҫтереү буйынса башҡарылған проекттар һәр яҡлап хуплана, бергәләп һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙ ҙә иғтибарһыҙ ҡалмай. – Минең инаныуымса, туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнергә, бигерәк тә яратырға мәжбүр итергә ярамай. Әммә иң заманса методикалар һәм технологиялар ҡулланып, уҡытыу процесын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итергә мөмкин, – тип фекерен уртаҡлашты республика Башлығы Радий Хәбиров. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителгәс, ул халҡыбыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнде. 2019 йылдан алып телде популярлаштырыу маҡсатында был көндә саралар, төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар ойошторола, ҡала урамдарында реклама баннерҙары урынлаштырыла. Был көндө олоһо ла-кесеһе лә, бөтә йәмғиәт менән байрамда ҡатнаша, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында мәғариф, мәҙәниәт буйынса саралар үткәрелә. Был көн республиканың барлыҡ белем биреү ойошмаларында башҡорт теле буйынса берҙәм дәрестәр үткәрелә. ФЕКЕР: Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе: – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өсөн һәр көн – башҡорт теле көнө. Ләкин 14 декабрҙе, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөн, Башҡорт теле көнө итеп билдәләү — ул телебеҙҙе Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының ҙур ҡаҙанышы булыуын күрһәтеү мөмкинлеге. Был - күп милләтле халҡыбыҙҙың мәҙәни кодының бер өлөшө. Бөгөн дәүләтебеҙ алдында, йәмәғәтселек алдында төрлө йәштәгеләр һәм социаль төркөмдәр: балалар, уҡытыусылар, студенттар, чиновниктар һәм башҡалар өсөн тел мөхите булдырыу бурысы тора. Бының өсөн мөмкинлектәр бар һәм беҙҙең маҡсат – был мөмкинлектәрҙе һәм инструменттарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу. Фотолар: “Башинформ” агентлығынан.