Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Башҡорт ҡыҙы автобусты "йүгәнләгән"

28 августа «Өфө-Арена» спорт комплексы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» тың Өфө һәм Нефтекама филиалдары етәкселәренә 88 яңы «НЕФАЗ» автобусы асҡыстарын тапшырҙы. Төбәк етәксеһе предприятие коллективын яңы техника алыуы менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Автобустарҙың береһен Өфөлә Салауат районы Миндеш ауылы ҡыҙы Әлиә Ғәҙелшина йөрөтә.
Ул "Башавтотранс" предприятиеһында ете йыл эшләй. Тырыш ҡатын автобус йөрөтөп тә, дүрт ул тәрбиәләп тә өлгөрә.
– Райондан Өфөгә күскәс, ҙур автобустарҙы күрҙем һәм был транспорт минең күңелемә үтеп инде. Оҙаҡ уйламай, автобус водителенә уҡырға ҡарар иттем. Миңә эшем, ҙур ҡала буйлап йөрөү бик оҡшай, кешеләр менән аралашыу яҡын. Салауат Юлаев тоҡомо булыуым менән ғорурланам. Лайыҡлы эшләргә тырышам, – ти ул.
Яңы “Нефаз" автобустары газ-мотор яғыулығында йөрөй, улар уңайлы, хәүефһеҙ һәм экологик яҡтан таҙа. Биш йыл эсендә республика ярҙамында “Башавтотранс” өсөн 1400-ҙән ашыу транспорт берәмеге һатып алынған.
"Республикабыҙҙың транспорт инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса эште дауам итәбеҙ. Бөгөн беҙ “Башавтотранс"ҡа яңы ҙур автобустар тапшырабыҙ. Улар беҙҙә, "НЕФАЗ" заводында эшләнгән һәм баш ҡала халҡына яҡшы бүләк буласаҡ. Беҙ шулай уҡ 88 пассажир машинаһының туғыҙы Нефтекамала эшләйәсәк тигән ҡарар ҡабул иттек, – тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. – Был көндө "Башавтотранс" водителдәре коллективына уларҙың етди һәм мөһим хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ – беҙҙең байлығыбыҙ, һәм беҙ һеҙгә тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ. Һеҙгә аварияһыҙ эш һәм яҡшы пассажирҙар теләйем. Һеҙҙе шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым.

"Йүрүҙән" гәзитенән