Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әбйәлил кескәйҙәре өсөн бар шарттар тыуҙырылған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаға килеү менән төп иғтибарын мәғариф тармағына бүлде. Был аңлашыла ла – сифатлы белем булмай тороп, яҡшы киләсәк төҙөп булмай. “Беҙҙең өсөн төп бурыс – ул мәғариф. Һәр мәктәптә – төпкөл ауылда ла, ҡалалағы яңы уҡыу йортонда ла – сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттарҙың булдырылыуы мөһим”, – тигәйне ул 2019 йылда уҡ. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда белем алыу мөмкинлеген арттырыу өсөн ҙур аҙымдар яһалды. Был яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөүҙе, шулай уҡ булған уҡыу йорттарын модернизациялауҙы үҙ эсенә ала. Мәктәптәрҙә капиталь ремонт ҙур роль уйнай. 2019-2023 йылдарҙа республикала төрлө эштәр буйынса 777 бина төҙөкләндерелгән: мәктәптәрҙә йылы бәҙрәфтәр эшләү, туҡланыу блоктарын капиталь ремонтлау, мейестәрҙе электрға алмаштырыу, капиталь ремонт иҫәбенә өҫтәмә урындар булдырыу (ике сменаны бөтөрөү), спорт залдарын капиталь ремонтлау, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Хөкүмәт ҡушыуы буйынса мәктәп биналарын комплекслы капиталь ремонтлау. Төбәк башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү буйынса төбәктәр рейтингында 71-се урындан 17-се урынға күтәрелгән. Олимпиада призерҙары һәм еңеүселәре һаны буйынса ла үҙ позицияларын яҡшыртҡан. Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйыусылар һаны икеләтә артҡан. Республиканың был уңыштарында Әбйәлил районының ҡаҙанышы ла ярайһы уҡ ҙур. Әбйәлил районында “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклеме балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектының муниципаль өлөшө уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклеме балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Проект нигеҙендә киләһе биш йылда Башҡортостан Республикаһында йыл һайын декрет ялындағы 1300-гә яҡын ҡатын өҫтәмә белем алып, квалификацияһын камиллаштырасаҡ. Йыл һайын был маҡсатҡа 74,1 миллион һум аҡса бүленә, шуның 72,6 миллион һумы – федераль бюджеттан, ҡалған 1,5 миллионы – республика ҡаҙнаһынан. Проекттың маҡсаты: балалы ҡатын-ҡыҙҙарға хеҙмәт эшмәкәрлеген ғаилә бурыстары менән бер юлы алып барыу мөмкинлеген тәьмин итеү, шул иҫәптән өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем алыу мөмкинлеген арттырыу иҫәбенә. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты ярҙамында илдә ясле төркөмдәре менән заманса балалар баҡсалары асыла. «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү - өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә мәктәпкәсә учреждениеларҙа өҫтәмә урындар булдырылды, әсәләрҙең декрет ялы тамамланғандан һуң эшкә сығыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, ә балалар тәжрибәле тәрбиәселәр ҡарауы аҫтында тәрбиәләнә. Әбйәлил районында “Демография” милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында өс балалар баҡсаһында капиталь ремонт үткәрелгән һәм өс йәшкә тиклемге балалар өсөн өҫтәмә урындар асылған. Әйткәндәй, 2019 йылда Ишҡол ауылында 30 урынлыҡ ясле төркөмө асылған. 2020 йылға тиклем мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә 52 урын булдырылған. Салауат ауылы урта мәктәбендә 22 урынлыҡ мәктәпкәсә төркөм асылған, капиталь ремонттан һуң Красная Башкирия ауылында “Бәләкәс” балалар баҡсаһы сафҡа ингән (30 урын). Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы мөдире Фирүзә Әхтәм ҡыҙы Моратшина әйтеүенсә, бинаны реконструкциялау барышында бик күп эштәр башҡарылған: түбә ябыу, канализация һәм һыу менән тәьмин итеү системалары, электр уты, янғынға ҡаршы сигнализация, стеналар һәм түбәләр, тәҙрәләр, ишектәргә яңы ҡорамалдар ҡуйылған, хәүефһеҙлек талаптарын, санитар нормаларҙы иҫәпкә алып яңы балалар йыһазы һәм сантехника һатып алынған. Яңы бинала сабыйҙар өсөн асыҡ һәм иркен ике төркөм эшләй. Һәр йәш төркөмөндә айырым йоҡо, бәҙрәф, ҡабул итеү бүлмәләре йыһазландырылған. Сабыйҙар яңы уйын материалы һәм уйынсыҡтар менән таҙа, яҡты, матур бүлмәләргә килгән. Ата-әсәләр (Абушаһманова Д.А., Мөхөтдинова Р.С.) әйтеүенсә, Красная Башкирия ауылы халҡы йылдан-йыл арта бара, ауылда яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ихтыяж булған. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы «Демография» милли проекты ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Бәләкәс» балалар баҡсаһы кескәйҙәр өсөн үҙ ишектәрен астә. Бындай проекттың балаларыбыҙҙы үҫтереүҙә ҡатнашыуына, уларға белем биреү һәм тәрбиә биреү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыуына бик шатбыҙ, ти ата-әсәләр. “Элек өйҙән йыраҡҡа йөрөтөргә тура килә ине, хәҙер балалар баҡсаһына өс минут эсендә барабыҙ. Күбеһенсә миңә йыһазландырыу оҡшаны - бында заманса белем биреү технологиялары күп, шул иҫәптән интерактив, үҫтереүсе уйынсыҡтар ҙа”, -тип һүҙгә ҡушыла Ралинаның әсәһе лә. "Төркөмдә «йылы иҙән», яҡты, уңайлы бүлмәләр бар. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү алымы оҡшаны. Төркөмдә бында видеодомофон ҡуйылған, былай ғына балалар баҡсаһына инеп булмай”, - тип фекерен уртаҡлашты Салауат ауылындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсенең атаһы. Заманса йыһазландырыу балаларға белем һәм тәрбиә биреү, мәктәпкәсә учреждение педагогтарының эше өсөн сифатлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә. 2024 йылда Әбйәлил районында «Демография» милли проекты буйынса Көнсығыш биҫтәһендә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана. ФЕКЕР Р.Х. БАКУЛИНА, әсәй: - Капиталь ремонттан һуң бәләкәй балалар өсөн «Бәләкәс» балалар баҡсаһын асыу әсәләргә сабыйҙарын эшкә сығыу өсөн балалар баҡсаһына тиҙерәк яраҡлаштырырға ярҙам итте. Ата-әсәләрҙең барыһы ла яңы төркөмдәрҙә хөкөм һөргән йылылыҡ һәм өйҙәге йәмлелек мөхитенә шат. Бөгөн минең бында өс йәшлек улым килде. Фото: Илнур Илһамов.