Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан юлдары һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Беҙҙең республика юлдарҙы норматив хәлгә килтереү, транспорт хәрәкәтен уңайлыраҡ итеү мәсьәләләрен әүҙем хәл итә һәм был күрһәткестәр буйынса Рәсәй төбәктәре араһында даими рәүештә алдынғы урындарҙы биләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тармаҡтағы бөтә планлаштырылған эштәрҙе гел контролдә тота, төҙөлөш урындарында йыш була. Ул объекттарҙа етәкселәр һәм эшселәр менән аралаша, һөҙөмтәлә эште тиҙләтеү һәм сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр туплана. Шул иҫәптән Көнсығыш сығыу юлы проекты ла билдәләнгән ваҡытта тормошҡа ашырылды. Төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуына һәм Көнбайыштың санкция сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөү графикка ярашлы барҙы. Стәрлетамаҡты урап үтеү юлын файҙаланыуға тапшырыуға әҙерлек тә ҡыҙыу бара. Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков билдәләүенсә, Р-240 юлының Стәрлетамаҡты урап үтергә тейешле урынындағы участкаһы үтә мөһим. “Беҙ бөгөн бындағы барлыҡ эштәрҙе башҡарырға әҙербеҙ”, – тине ул. Башҡортостан Башлығының сығыштарында

Беҙҙең республика юлдарҙы норматив хәлгә килтереү, транспорт хәрәкәтен уңайлыраҡ итеү мәсьәләләрен әүҙем хәл итә һәм был күрһәткестәр буйынса Рәсәй төбәктәре араһында даими рәүештә алдынғы урындарҙы биләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тармаҡтағы бөтә планлаштырылған эштәрҙе гел контролдә тота, төҙөлөш урындарында йыш була. Ул объекттарҙа етәкселәр һәм эшселәр менән аралаша, һөҙөмтәлә эште тиҙләтеү һәм сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр туплана. Шул иҫәптән Көнсығыш сығыу юлы проекты ла билдәләнгән ваҡытта тормошҡа ашырылды. Төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуына һәм Көнбайыштың санкция сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөү графикка ярашлы барҙы. Стәрлетамаҡты урап үтеү юлын файҙаланыуға тапшырыуға әҙерлек тә ҡыҙыу бара. Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков билдәләүенсә, Р-240 юлының Стәрлетамаҡты урап үтергә тейешле урынындағы участкаһы үтә мөһим. “Беҙ бөгөн бындағы барлыҡ эштәрҙе башҡарырға әҙербеҙ”, – тине ул. Башҡортостан Башлығының сығыштарында әйтелеүенсә, Көнсығыш сығыу юлы, М-12 юғары тиҙлектәге трасса Башҡортостандың иҡтисадын үҫтереүгә ҙур импульс бирә. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: “Юлдарҙағы хәлдәрҙе тағы бер тапҡыр барлап алайыҡ – ҡайһы урында ниндәй мәсьәләләр иң көнүҙәк булып тора. Бер урында эшләй башлаһаҡ, башҡа ауылдар халҡы ла уларҙың юлын рәтләүҙе һорай. Был аңлашыла ла, сөнки яҡшы юлдар – уңайлылыҡ ҡына түгел, ә урындағы иҡтисадты үҫтереү ҙә". (Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендәге сығышынан, 2024 йылдың 3 сентябре). ФЕКЕР Андрей САМСОНОВ, Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль ғилми-тикшеренеү социлогияһы үҙәгенең Волга буйы филиалы директоры: - Башҡортостан – халыҡ һаны буйынса Волга буйы федераль округында иң ҙур төбәктәрҙең береһе. Шуға күрә Р-240 автомобиль юлын капиталь ремонтлау ҙур әһәмиәткә эйә. Өфө ҡалаһы ла үҙенсәлекле – ул йылғалар менән уратып алынған һәм һәр яңы күпер ҡалаға үҫергә, транспорт ағымын тигеҙерәк көйләргә мөмкинлек бирә. Был шулай уҡ халыҡтың тығыҙлығы күрһәкесенә лә ыңғай йоғонто яһарға һәләтле. Фото: "Башинформ".