Болгар күрәҙәсеһе һәр заманда ла әһәмиәтле булырлыҡ кәңәштәр биреп ҡалдырған. Улар һәр кем өсөн уңыш, бәхет нигеҙе булырлыҡ. * Көн тәртибен дөрөҫ ҡороғоҙ. Кеше 22.00 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса йоҡларға ятырға, таң беленеү менән торорға тейеш. Төнгө ваҡытта уяу булырға кәрәкмәй, төн – ял итеү өсөн. * Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтегеҙ. Хеҙмәт һөймәгән кеше нәҫеленә насар өлгө күрһәтә. Хеҙмәт менән тәрбиәләнгән бала бер ҡасан да ҡартлыҡта ата-әсәһен ташламай. * Көндө йылмайыуҙан башлағыҙ, шул саҡта ғына ул шатлыҡ килтерәсәк. Үпкә, ҡурҡыу һәм асыу ауырыуҙарға килтерә, уларҙан ҡасығыҙ. * Берәй нәмә әйтер алдынан һәр ваҡыт яҡшылап уйлағыҙ. Һүҙҙәр матди нигеҙгә эйә: улар бәхет тә, шул уҡ ваҡытта тормошоғоҙға күп бәләләр ҙә килтерә ала. Кешене хөкөм итергә ашыҡмағыҙ, һеҙ уның тормошон белмәйһегеҙ. * Тәнегеҙҙе таҙа тотоғоҙ. Бысраҡ – сирҙәрҙең сәбәбе. Һыу, душ ҡабул итеү бөтә кисерештәрҙе, насар кәйефте һәм негатив энергияны йыуа. Быны йоҡлар алдынан эшләү яҡшыраҡ. Әгәр душ инергә мөмкинлегегеҙ б