Түҙәйек, балалар, атайығыҙ бит ул... ”Ауылға ҡайтып, атайҙы юбилейы менән ҡотлап килдек. Ике ҡыҙы, ике улы, кейәүҙәре, килендәре, ете ейән-ейәнсәре... Ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сығып, ғорур ҡиәфәттә түрҙә ултырған атайымды "Юлдаш" радиоһы каналы аша ла ҡотлап, йыр бүләк иттек, үҙен ҡосаҡлап та рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙек. Бындай ҙа йылы һүҙҙәрҙән ололарҙың ғына түгел, хатта үҙебеҙҙең дә күҙҙәр йәшкә мансылды. Ейән-ейәнсәрҙәре лә буш итмәне олаталарын: уға арнап шиғыр һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр. Ғөмүмән, бик матур, күңелгә уйылып ҡалырлыҡ тамаша килеп сыҡты. Әсәйем менән атайым ҡырҡ йыл бергә ғүмер кисереп, яҡшыһын да, яманын да күп күргән, тормош юлдары һикәлтәле-бормалы булған, әлеге баҫҡысҡа етеү ҙә уларға еңел бирелмәгәндер, тим. Атайымдың шундай холҡо менән... Яҙмышында түҙемле, ипле холоҡло әсәйем осрамаһа, бәлки, әлеге көндә атайым башын юғары күтәреп эре ултыра алмаҫ та ине. ”Беҙгә өлгөһөң, терәкһең, һин булғанға үҙебеҙҙе арҡалы хис итәбеҙ, рәхмәт, атай!” тигән һүҙҙәрҙең барыһы ла