Башҡортостанда һәм Татарстанда иң популяр йырсыларҙың береһе Илһөйә Бәҙретдинова ауырып киткән. Был хаҡта йырсы үҙенең социаль сәхифәләренә яҙған. "Температура төшмәй, ашамаған дарыу, эсмәгән нәмә ҡалманы. Көнө буйы өйҙә бөгөн. Эш муйындан... - тип яҙған ул. - Нисек кенә банально булмаһын, иң мөһиме - һаулыҡ. Күп кеше ауырый икән. Нимә был? Ниндәй әкрен генә килеп аяҡтан йыға торған вирус был? Яҙығыҙ әле, нимәләр эсәһегеҙ, ашайһығыҙ?"- тип кәңәш тә һораған Илһөйә Бәҙретдинова социаль селтәрҙәге дуҫтарынан. "Ял һәм тыныслыҡ булһа, организм үҙе көрәшә. Витамин С, Д ярҙам итә. Тиҙерәк йүнәлегеҙ, һеҙ халыҡҡа кәрәк, сәләмәт булығыҙ". "Мин дә шулай ауырыйым. Температура төшмәй", - тип яҙыусылар ҙа булған. Иң мөһиме - тиҙерәк һауығып, аяҡҡа баҫығыҙ! Тамашасыларығыҙ һеҙҙән яңы йырҙар көтә! Фото: Илһөйә Бәҙретдинованың сәхифәһенән.