Белорет ҡалаһында төҙөлөш миҙгеле башланғандан алып йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү әүҙем алып барыла. Быйыл бында бер юлы бер нисә объект ремонтлана, улар иҫәбендә – Уҡытыусылар скверы, Ағиҙел күпере эргәһендәге яр буйы, ҡала гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу (ЗАГСы) бина алдындағы биләмә һәм В. Блюхер исемендәге һәйкәл эргәһендәге биләмә. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан финанслана. Мәҫәлән, бөгөн ЗАГС эргәһендә яңы йәмәғәт киңлеген төҙөү 90 процентҡа тамамланған. Проектҡа ярашлы, бында заманса фотозоналы ял итеү зонаһы төҙөкләндерелә, шулай уҡ яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡоролошо алып барыла, йәйәүлеләр өсөн яңы юлдар һалына, биләмә йәшелләндерелә, кибеттәр һәм урналар ҡуйыла. 2022 йылда Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йыл һайын үткәргән Бөтә Рәсәй рейтингы буйынса онлайн тауыш биреп һайлап алыу сараһында Белорет халҡы Блюхер һәйкәле эргәһендәге биләмәне төҙөкләнде