Чемпионатта ҡатнашҡан студенттарҙы төркөмдәргә бүлгәндәр. Башҡа туристар тирә-яҡҡа һоҡланып, шунда уҡ фотоға төшә башлаһа, был студенттар аяҡ аҫтынан күҙен алманы. Шулай булмай! Улар миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән коралл рифтары өҫтөнән йөрөй бит! — Сығышым менән Новосибирскиҙан, сит илдә оҙаҡ йылдар эшләйем. Тәүҙә Австралияла эшләнем, ә бер нисә йыл элек Ҡытайға күсергә тәҡдим иттеләр, унда геохимияны масспитрометр — геологияла киң ҡулланылған ҡорал ярҙамында өйрәнеү өсөн шарттар булдырылған, был матдәлә элементтарҙың бик аҙ концентрацияһын үлсәргә мөмкинлек бирә. Алынған мәғлүмәттәр тау тоҡомдарының генезисы, уларҙың эволюцияһы тураһында мәғлүмәт бирә. Мин башҡорт шихандары тураһында күптән ишеткәнем булды, бында килеп етеүемә бик шатмын, 450 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән фауна, шихандар һәм эзбизташтарҙы ҡарау бик ҡыҙыҡлы, — тине файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы доценты Ирина Жукова. Африканан килгән студенттар шихандарҙы күргәс, тәьҫораттары менән уртаҡлашты: - Был матур урынға
“Геосаҡырыу”ҙа ҡатнашыусылар шихандарҙы барып күрҙе
4 сентября 20244 сен 2024
3 мин