2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Дәүләттең нигеҙе - ныҡлы, татыу ғаиләләрҙә. Улар ни тиклем күберәк, донъя ла шунса йәмлерәк, татыуыраҡ, күңеллерәк булыр кеүек. Берҙәм ғаилә ҙур бәхет булыу өҫтөнә тауҙай оло хеҙмәт тә. Ата-әсәнең көндәлек тынғыһыҙ тырышлығы өсөн иң юғары баһа – бәхетле, имен-һау, уңышлы, ғорурланырлыҡ балалар үҫтереү! Ғаилә йылында донъяға килгән сабыйҙарҙың һәр береһенә сәләмәтлек, ата-әсәләренә именлек, шатлыҡтар теләргә генә ҡала. Тәүге сабыйҙарын ҡулдарына алып һөйөнөс кисергән әсәләрҙең кисерештәрен аңларға була, ә бына 13-сө тапҡырға атай-әсәй булған Фәттәховтарҙың һөйөнөстәрен нисек һүрәтләргә? Уларҙың бәхеттән балҡыған йөҙө барыһын да аңлаталыр кеүек. Өфө ҡалаһында йәшәгән Лилия Юрьевна һәм Азамат Урал улы Фәттәховтарҙың 4460 грамлыҡ баһадир алтынсы улдары үҙе донъяға килгән бала табыу йортона ниндәй вазифалы етәкселәрҙе, ҡунаҡтарҙы йыйғанын аңламай әле. Ысынлап та, йылдың бик күркәм, тантаналы ваҡиғаһы булды ул. Фәттәховтар ғаиләһенең өлгөһө ҙур, берҙәм ғаилә хаҡында хыялланған йәш парҙар өсөн илһам, дәрт, күңел күтәренкелеге сығанағы булырына бик тә ышанғы килә. Республикала, төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, күп балалы ғаиләләр һаны артыуы киләсәккә оптимизм менән ҡарарға мәжбүр итә. Хәҙер уларҙың һаны 59 меңдән арта. Рәсәйҙә Ғаилә йылының иғлан ителеүе дәүләттең артабан да ғаиләләрҙе яҡлауға, мәңгелек ҡиммәттәрҙе һәм традицияларҙы нығытыуға йөҙ тотасағына инандыра. Шундай матур ғаиләләрҙең береһе Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй. Өс ҡыҙын да һөйөп, гөл сәскәһендәй тәрбиәләп үҫтергән Рәхмәтуллиндар тормош тәжрибәһен күптәр менән уртаҡлаша алыр ине. Эльвира Фәрит ҡыҙы Архангел районында тыуып үҫә, ә үҫмерлек һәм йәшлек осоро Стәрлетамаҡ районында үтә. Педагогия колледжын тамамлағандан һуң социаль психолог булыу теләге уны М.Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетына алып килә, магистратураны тамамлай. Уның вазифаһы ла ғаилә мәсьәләләре һәм мөнәсәбәттәре менән тығыҙ бәйләнгән, райондағы “Ғаилә” хеҙмәтенә етәкселек итә ул бөгөн. Үҙенең миҫалында ҡыҙҙарына белемле булыуҙың, һөнәр алыуҙың өҫтөнлөктәрен иҫбатлай. Ғаилә башлығы Азамат Рәхмәтуллин водитель булып эшләй. Балалары өсөн ышаныслы терәк, өлгөлө атай ул. ”Беҙ икебеҙ ҙә атайһыҙ үҫтек, бала саҡта ҡыйынлыҡтарҙы күп кисерергә тура килде. Шуға күрә балаларыбыҙ бәхетле булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ” , – ти Рәхмәтуллиндар. Өлкән ҡыҙҙары Эльвина быйыл Өфө медицина колледжын тамамлаған һәм З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға ингән. Камилла һәм Карина ҡыҙҙары әле мәктәптә уҡый. – Беҙ Ҡырмыҫҡалы ауылында төпләнгәнебеҙгә, ошонда йорт һалғаныбыҙға әле булһа шатланып бөтә алмайбыҙ. Ауыл - йәшәү, балалар үҫтереү, эшләү өсөн бына тигән уңайлы урын. Йорт төҙөгәндә әсәлек капиталын тотондоҡ. Биҙәү эштәрен тамамлағандан һуң яңы йортҡа инәсәкбеҙ, – тип пландар ҡора атай-әсәй. Ғаилә йортоноң ҡотло, бәхетле булыуын теләйбеҙ! 2024 йылдың Рәсәй Президенты тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе тағы ла бер ҡат беҙгә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаилә, атайлыҡ, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауҙың ҡағылғыһыҙ йүнәлештәр икәнен раҫланы. Бала үҫтергән ғаиләләр республикала халыҡ һаны үҫешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар, ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса республика етәкселеге тотороҡло сәйәсәт алып бара. Күп балалы ғаиләләр алдында сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙен бөгөн борсоған мәсьәлә хаҡында былай тип белдергәйне: “Беҙҙе бөгөн республикалағы демографик хәл бик борсой. Был – иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе. Һеҙ беләһегеҙ, тыуым беҙҙә кәмей. Бәлки, тап һеҙҙең кеүектәр арҡаһында баҡыйлыҡҡа күскәндәргә ҡарағанда беҙҙә күберәк кеше тыуа башлар. Күп балалы ғаиләләр һәр саҡ Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың төп һыҙаты булды. Әйҙәгеҙ, бергәләп был традицияны һаҡлайыҡ!” Ысынлап та, был күркәм традиция – берҙәмлек, татыулыҡ хакимлыҡ иткән ишле ғаиләләрҙең артыуы беҙҙә нығынған ғәҙәти күренеш. Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ипотеканы тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплатыу өсөн, дәүләт программаһынан файҙаланып, 450 мең һумлыҡ түләү алыу мөмкинлеге бар. Субсидияны торлаҡ алыу өсөн ипотека кредитын ҡаплатыуға, шулай уҡ шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер алыуға ҡулланырға мөмкин. Программа өсөнсө балалары 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләргә ҡағыла. (Быныһы бик мөһим: 2024 йылдан ярҙам сараһын өсөнсө һәм артабанғы балаһы 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2030 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған һәм кредит килешеүе 2031 йылдың 1 июленә тиклем төҙөлгән ғаиләләрҙең алыуы мөмкин). Түләүҙәр баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған ғаиләләргә лә ҡағыла. Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында һөйләгәндә республикала 2020 йылдан эшләп килгән ярлылыҡ кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән пилот проектын да телгә алғы килә. Проектҡа ярашлы, социаль контракт нигеҙендә килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған аҙ килемле ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән граждандарға адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Быйылғы ҡайһы бер ярҙам саралары менән дә таныштырайыҡ. Шуларҙың береһе – республика колледждарында күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы уҡытыуға түләүҙәрҙе өлөшләтә ҡаплатыу. Хәҙерге ваҡытта 2023\24 уҡыу йылындағы уҡыу өсөн средстволарҙы ҡайтарыуға ғаризалар ҡабул ителә. “Ошо йылдан алып күп балалы ата-әсәләр йыл һайын компенсация рәүешендә урта профессиональ белем белем биреү ойошмаларында уҡыу өсөн түләүҙәрҙең яртыһына тиклемен йәиһә бер уҡыу йылына 30 мең һумға тиклем аҡсаны ҡайтара ала. Программа республикалағы йөҙгә яҡын уҡыу йортон йәлеп итә. Шуныһы мөһим: компенсация күп балалы ғаиләләрҙең барыһына ла ҡағыла, килемдәре иҫәпкә алынмай”, – тип белдерҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Ата-әсә өсөн иң юғары баһа – ғорурланырлыҡ балалар
4 сентября 20244 сен 2024
1
4 мин