Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаға килеү менән төп иғтибарын мәғариф тармағына бүлде. Был аңлашыла ла – сифатлы белем булмай тороп, яҡшы киләсәк төҙөп булмай. “Беҙҙең өсөн төп бурыс – ул мәғариф. Һәр мәктәптә – төпкөл ауылда ла, ҡалалағы яңы уҡыу йортонда ла – сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттарҙың булдырылыуы мөһим”, – тигәйне ул 2019 йылда уҡ. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда белем алыу мөмкинлеген арттырыу өсөн ҙур аҙымдар яһалды. Был яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөүҙе, шулай уҡ булған уҡыу йорттарын модернизациялауҙы үҙ эсенә ала. Мәктәптәрҙә капиталь ремонт ҙур роль уйнай. 2019-2023 йылдарҙа республикала төрлө эштәр буйынса 777 бина ремонтланған: мәктәптәрҙә йылы бәҙрәфтәр эшләү, туҡланыу блоктарын капиталь ремонтлау, мейестәрҙе электрға алмаштырыу, капиталь ремонт иҫәбенә өҫтәмә урындар булдырыу (ике сменаны бөтөрөү), мәктәптәрҙең спорт залдарын капиталь ремонтлау, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Хөкүмәт ҡушыуы буйынса мәктәп биналарын комплекслы капиталь ремонтлау. 2022-2023 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа сиктәрендә 37,6 мең бала өсөн 140 мәктәп бинаһы (2022 йылда – 63 бина, 21 мең самаһы уҡыусы, 2023 йылда – 77 мәктәп бинаһы, 16,6 мең бала) ремонтланған. 2023 йылда 29 муниципалитетта мәктәп биналары ремонтланған. 2024, 2025, 2026 йылдарҙа Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан бер йыллыҡ ремонт циклына объекттар исемлеге раҫланған: быйыл алты бина, киләһе йылда һигеҙ бина һәм 2026 йылда 35 бина. Хәйбулла районы мәктәптәрендә лә был йәһәттән башҡарылған эштәр ҡыуандырырлыҡ. Республикала иң күп сәнәғәт тармағы урынлашҡан районға төбәктәге сәнәғәт предприятиелары ла бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Таусылар ярҙамы менән социаль объекттар заманса төҫ ала, мәктәптәр яңыртыла. Хәйбулла районының Петропавловка ауылындағы башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы урынлашҡан иҫке бинаны капиталь ремонтлау һәм уны киңәйтеп төкәтмә төҙөлгәндән һуң, белем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бөтә эштәр «Башҡорт баҡыры» предприятиеһының финанс ярҙамы иҫәбенә башҡарылған. Бинаны реконструкциялауға һәм йыһазландырыуға йәмғеһе һигеҙ миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Төкәтмә төҙөлгәндән һуң бинаның дөйөм майҙаны 100 квадрат метрҙан 180 квадрат метрға тиклем артҡан. Һөҙөмтәлә уҡырға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тулыһынса яңыртылған сағыу, заманса йыһазландырылған белем усағы ҡаршы алды. Әйкәндәй, әлеге ваҡытта Петропавловка башланғыс мәктәбендә 1–3-сө кластарҙа ете уҡыусы уҡый, ә оҙайтылған көн төркөмөнә биш сабый йөрөй. Кескәйҙәрҙе шатлыҡлы ваҡиға менән тәбрикләргә тантанаға ата-әсәләр, ауыл халҡы, Өфө ауылы мәктәбенең уҡытыусылары һәм уҡыусылары, шулай уҡ рәсми ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Өфө ауыл биләмәһе башлығы Даян Кәримов, «Башҡорт баҡыры» ЯСЙ-һының генераль директоры Александр Туленков һәм башҡалар килде. Район хакимиәте башлығы мәктәп коллективын, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән «Башҡорт баҡыры» һәм төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарған «ПМК-Строймонтаж» предприятиелары вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе. – Бер нисә йыл элек Петропавловка ауылы клубы тулыһынса яңыртылғайны. Ә бөгөн уҡыу өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, заманса йыһазландырылған белем усағын асыу тантанаһында ҡатнашабыҙ. Балалар, мәктәп коллективы, ата-әсәләр һәм, ғөмүмән, бөтә ауыл халҡы өсөн шатмын. Кескәйҙәргә үҙҙәренең “икенсе өйҙәрен” – мәктәбен һәм балалар баҡсаһын ҡәҙерләп һаҡлап, яҡшы уҡырға ғына ҡала, – тине Рөстәм Динислам улы һәм мәктәпкә ҡиммәтле бүләк тапшырҙы. Подрядсы ойошма – «ПМК-Строймонтаж» предприятиеһының директоры Илнур Рәхмәтуллин мәктәпкә бүләктәр, шулай уҡ бинаның символик асҡысын тапшырҙы. «Ремонт-төҙөлөш эштәрен уҙған йылдың сентябрендә башланыҡ. Иҫке бина капиталь ремонтланып, яңы төкәтмә төҙөлдө. Фасад көпләнде, яңынан бөтә коммуникациялар – электр үткәргесе, йылылыҡ, һыу һәм канализация системаһы, санузел монтажланды, штукатурлау-буяу эштәре башҡарылды, тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырылды», – тине Илнур Зәйнәғәле улы. Ремонтлау-төҙөлөш эштәренән тыш, белем усағын йыһазландырыуға ла аҡса бүленгән: парталар, ултырғыстар, интерактив таҡта, проектор, ашхана өсөн кәрәкле йыһаздар һәм башҡалар һатып алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар көн һайын мәктәпкә ҙур ҡыуаныс менән йөрөһөн өсөн хәҙер барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Әлбиттә, тулыһынса яңыртылған, йылы, яҡты мәктәптә белем алыу уҡыусыларға ла, ошондай уңайлы шарттарҙа эшләү уҡытыусыларға ла ныҡ оҡшай. Шулай уҡ былтыр Өфө ауылы мәктәбендә модулле аҙыҡ-түлек блогы төҙөлгән. Объектты төҙөүҙә “Башҡорт баҡыры” сәнәғәт предприятиеһы финанс ярҙам күрһәткән. ФЕКЕР Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА, Петропавловка башланғыс мәктәбе мөдире: – Оҙаҡ йылдар ошо мәктәптә эшләйем. «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы ойошторолоп, ауылда яңы эш урындары барлыҡҡа килде. Бинаның бер бүлмәһендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн оҙайтылған көн төркөмө булдырылды. Ошоға бәйле күрше бүлмәлә белем алған мәктәп уҡыусыларына белем алыуҙа ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килде. Шуға күрә бинаны киңәйтеү, капиталь ремонтлау мәсьәләләрен йыш ҡына күтәрҙек, район хакимиәтенә, «Башҡорт баҡыры» предприятиеһына мөрәжәғәт иттек һәм улар беҙҙе ишетте. Мәктәпкә төкәтмә төҙөлдө, хәҙер балалар өсөн яҡты һәм иркен бүлмәләрҙә белем алыу өсөн бөтә шарттар бар. Быға беҙҙең ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ, барыһына ла рәхмәт. Мәктәбебеҙҙең киләсәге булыуына өмөтөм ҙур. Әлмира САФУАНОВА, Петропавловка ауылы: – Башланғыс мәктәптә ике улым уҡый – береһе 2-се, икенсеһе 1-се класта. Петропавловка ауылында тыуып-үҫтем. Ҡасандыр ошо мәктәптә белем алдым, был ваҡытта бәләкәй генә бинала күп балалар уҡый ине. Мәктәп бинаһы киңәйтелеп, уҡыусылар өсөн тейешле шарттар булдырылған өсөн бағымсыларға һәм төҙөүселәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Хәҙер бәләкәстәргә уйнарға спорт зал да бар. Яҡты һәм иркен бинала балаларҙың яҡшы уҡыуҙарын теләйбеҙ. Фото: Фәнилә Бәширова.