Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баймаҡ районында 12 спорт залы ремонтланған

Башҡортостан Башлығы даими рәүештә мәғариф системаһына, балаларҙың сифатлы белем алыуына, уларға уңайлы шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бирә, уҡытыусылар һәм педагогтарға юғары кимәлдә белем биреү өсөн бар хәстәрлек күрә. Ғөмүмән, Радий Хәбиров эш башлағандан алып мәғариф системаһына иғтибарлы. Һуңғы биш йылда тармаҡты үҫтереү өсөн күп эш башҡарылды. Баймаҡ районының дөйөм белем биреү системаһында 58 мәктәп, 10 мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, 46 мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү төркөмө һәм дүрт өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. Йәйге осорҙа балаларҙың ялын ойоштороу өсөн ике һауыҡтырыу лагеры бар. Барлығы 7789 бала белем ала, 2646 кескәй балалар баҡсаһына йөрөй. Быйыл 647 ҡыҙ һәм малай беренсе тапҡыр мәктәп ишеген үрелеп асты Район мәктәптәрендә 717 педагог, 581 уҡытыусы эшләй, уларҙың 554-е юғары белемле, был 81,03% тәшкил итә (былтырғы уҡыу йылында - 746 кеше - 76,2%). Республикала “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыу, шулай уҡ балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм үҫтереү буйынса төбәк үҙәген булдырыу. “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә Баймаҡ районында бөтәһе 12 спорт залы ремонтланған. Был төбәк проекты, «Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһының «Һәләттәрен һәм таланттарын асыҡлау, яҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу һәм балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм уҡыусы йәштәрҙең ялын, сәләмәтләндереүҙе һәм өҫтәмә мәшғүллеген ойоштороу» ярҙамсы программаһы сиктәрендә районда йыл һайын спорт залдарында ремонт эштәре үткәрелә. 2024 йылда Урғаҙа ауылы урта белем биреү мәктәбенең спорт залын капиталь ремонтлау өсөн 645995,92 һум күләмендә аҡса бүленгән. Программа булдырылғандан алып йәмғеһе 12 спорт залы ремонтланған. 2025-2030 йылдарҙа тағы ла ике спорт залын ремонтлау планлаштырылған. ФЕКЕР Алла Леонидовна КОНЮХОВА, Урғаҙа урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы: - Яңы уҡыу йылы башланыу менән беҙҙе Урғаҙа ауылы мәктәбенең яҡты, матур спорт залы ҡаршы алды. Йәйге каникул эсендә бында капиталь ремонт үткәрелгән, был иң яҡшы спорт һөҙөмтәләренә яҡшы дәртләндереү сараһы булып тора. Уҡыусылар ҙа бик теләп физкультура дәресенә килә, төрлө спорт секцияларында күнекмәләр үтә. Бындай заман талаптарына яуап биргән спорт залында киләсәктә чемпиондар ҙа үҫмәҫ тимә! Аделина Николаевна ГЕРАСЬКИНА, 10-сы класс уҡыусыһы: - Мәктәптә спорт залын яңыртыуҙарына бик шатбыҙ. Ул тағы ла яҡтыраҡ күренә, мине һәм класташтарымды физик культура дәрестәренә йәлеп итә. Фото: Алла Конюхова.