Башҡортостандан һигеҙ спортсы Парижда үткән XVII Паралимпия уйындарында ҡатнаша. Сара 28 августан 8 сентябргә тиклем була. Паралимпия уйындарында түбәндәге спортсыларыбыҙ үҙ көсөн һынай: ПОДА спорты, йөҙөү буйынса – Богдан Мозговой (тренеры – Сергей Трухачев), Аделина Рәзетдинова (тренеры – Сергей Трухачев), Андрей Николаев (тренеры – Фәнил Кирәев); Спорт ЛИН өҫтәл теннисы: Елена Прокофьева (тренеры – Ольга Байракова); Һуҡырҙар спорты, еңел атлетика: Антон Кулятин (параллель иҫәп, Новосибирск өлкәһе), Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова һәм Андрей Сафронов, (тренерҙары – Петр Буйлов). Һөңгө ташлау буйынса ярыштарҙа (F13 класы) Анна Кулинич-Сорокина көмөш миҙал яуланы. 5000 метр арауыҡҡа йүгереүҙә (Т13 класы) Антон Кулятин бронза миҙалға лайыҡ булды. Әйткәндәй, уға ошо көндәрҙә 34 йәш тулды, һәм ул үҙенә үҙенсәлекле бүләк яһаны. Елена Прокофьева өҫтәл теннисы буйынса ярышта беренсе урынға сыҡты. Богдан Мозговой 100 метр арауыҡҡа арҡала йөҙөүҙә (S9 класы) 1:01.93 һөҙөмтә менән бронза миҙал яуланы. Егет Токиола үткәрелгән Паралимпия уйындарында ике тапҡыр чемпион булып танылғайны. Әйткәндәй, Башҡортостанда адаптив спортты үҫтереү, паралимпиясылар ҡатнашлығындағы төрлө кимәл ярыштарын ойоштороу һәм үткәреү буйынса байтаҡ эштәр атҡарыла. – Беҙ Паралимпия комитеты һәм профилле федерациялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Дөйөм алғанда, адаптив спортҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип белдергәйне былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков менән Республика йортонда осрашҡан ваҡытта. – Дөйөм тырышлыҡ арҡаһында хәҙер һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә систематик рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнә ала. Бының өсөн шарттар барлыҡ муниципалитеттарҙа ла тиерлек булдырылды. Шуныһы мөһим, беҙ Паралимпия спортын үҫтереүҙе маҡсатлы күрһәткестәр өсөн түгел, ә кешеләр һаулығы йәһәтенән ҡарайбыҙ. Республикабыҙ - Рәсәйҙәге алдынғы спорт төбәктәренең береһе. Шуға күрә былтыр Башҡортостанға Йәйге сурдлимпия уйындарын үткәреү хоҡуғы бирелде. Был ҡарар Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡабул ителде һәм унда өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сурдлимпия уйындары, Олимпия һәм Паралимпия уйындары менән бер рәттән, иң абруйлы халыҡ-ара спорт сараларының береһе. Һаңғырауҙар араһында ярыштар спорттың 21 төрө (бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, маунтинбайк велосипед спорты, шоссе велосипед спорты, атыу, спорт ориентирлауы, волейбол, каратэ, тхэквондо, футбол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляж волейболы, боулинг) буйынса үткәрелде. Сурдлимпия уйындары 18 спорт ҡоролмаһында һәм объектында ойошторолдо. Тағы шуны билдәләргә кәрәк, Башҡортостанда донъя кимәлендәге спорт саралары ла ойошторола. 2022 йылдың авгусында үҫмерҙәр араһында үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя беренселегенә 55 илдән вәкилдәр килеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Бынан тыш, спортсыларыбыҙ Токиолағы Олимпия уйындарында фехтование буйынса алтын һәм көмөш миҙал, 12 паралимпия миҙалы яуланы. Башҡортостан күптән үҙенең спорт йолалары менән дан тота һәм бында Рәсәй, донъя кимәлендәге ярыштар үткәреү өсөн инфраструктура бар. Республика үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән ғорурлана ала. Спортсыларыбыҙ Рәсәйҙең күп кенә дисциплиналар буйынса йыйылма командаларға ҡарай, төрлө чемпионаттарҙа даими рәүештә еңеүсе була, призлы урындар яулай. Республикала юғары ҡаҙаныштар спорты үҫешенә һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға етди иғтибар бүленә. Фотолар: БР Спорт министрлығы.