Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылында күптән көтөлгән "Монетка" магазины асылды. Урындағы халыҡ даими рәүештә хакимиәткә мөрәжәғәт иткән, проблемаларына иғтибар йәлеп итеү өсөн социаль селтәрҙәрҙә хаттар һәм комментарийҙар ҡалдырған. Улар ауылда ҙур магазин асылыуын теләй. Уларҙың теләктәрен эшҡыуар Рауил Хисаметдинов ишетә. Сауҙа объекты төҙөү инициативаһын район хакимиәте “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаранылар. Проект хуплана, эшҡыуарға планын ғәмәлгә ашырыу буйынса консультациялар бирелә. Ер участкаһы Башҡортостан Республикаһында биш мең кешенән артмаған тораҡ пункттар сиктәрендә күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн сауҙалашыу үткәрмәйенсә ер участкаһын ҡуртымға биреүҙе күҙ уңында тотҡан “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 59-з Законы сиктәрендә бүленде. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.