Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дүрт йылда – 794 объект

Башҡортостан Хөкүмәтендә юл сервисын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров алып барған был кәңәшмәлә республиканың муниципаль райондары һәм ҡала окуругтары башлыҡтары, ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. “Республикала дүрт йыл тип әйтерлек юл буйы сервисын үҫтереү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Был осорҙа 794 профиль объект төҙөлдө. Ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуға инвестицияның дөйөм күләме ете миллиард һумға етте. 802 юл буйы объекты ремонтланды һәм төҙөкләндерелде”, – тине Андрей Назаров. Юл буйы сервисын үҫтереү буйынса ағымдағы хәл тураһында Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев һөйләне. “Быйылғы һигеҙ айҙа юл буйы сервисының 250 объекты файҙаланыуға тапшырылды, эшләп килгән 221 объект яңыртылды, – тине министр. – “Инвестсәғәт”тәрҙә юл буйы сервисының 85 инвестиция проекты хупланды, уларҙың дөйөм суммаһы 10 миллиард һум тәшкил итә”. Кәңәшмә аҙағында Премьер-министр яҡын киләсәктә юл буйы сервисын үҫтереүҙең яңы этабына күсеү б

Башҡортостан Хөкүмәтендә юл сервисын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров алып барған был кәңәшмәлә республиканың муниципаль райондары һәм ҡала окуругтары башлыҡтары, ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. “Республикала дүрт йыл тип әйтерлек юл буйы сервисын үҫтереү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Был осорҙа 794 профиль объект төҙөлдө. Ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуға инвестицияның дөйөм күләме ете миллиард һумға етте. 802 юл буйы объекты ремонтланды һәм төҙөкләндерелде”, – тине Андрей Назаров. Юл буйы сервисын үҫтереү буйынса ағымдағы хәл тураһында Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев һөйләне. “Быйылғы һигеҙ айҙа юл буйы сервисының 250 объекты файҙаланыуға тапшырылды, эшләп килгән 221 объект яңыртылды, – тине министр. – “Инвестсәғәт”тәрҙә юл буйы сервисының 85 инвестиция проекты хупланды, уларҙың дөйөм суммаһы 10 миллиард һум тәшкил итә”. Кәңәшмә аҙағында Премьер-министр яҡын киләсәктә юл буйы сервисын үҫтереүҙең яңы этабына күсеү башланасағы тураһында белдерҙе. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.