Махсус хәрби операция тормошобоҙҙо, кешеләрҙе ике өлөшкө бүлде - тылдағы һәм алғы һыҙыҡтағы. Ошо ике араны туғанлыҡ, һөйөү, илһөйәрлек, Ватан тоташтыра. Күгәрсен районынан Арсен Рөстәм улы ла ата менән ул араһындағы бәйләнештең ни тиклем ҡәҙерле икәнен яҡшы аңлай. Шулай булмаһа, Арсен ағай инде бишенсе тапҡыр гуманитар йөк ылауы менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланмаҫ ине. Арсен ағайҙың улы Марсель махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Атай кеше улын күрер, ҡосаҡлар өсөн бер тәүлектә меңәрләгән саҡрым юл үтә. Арсен Рөстәм улы башта үҙенең “Ситроене С5” машинаһында махсус хәрби операция биләмәһенә аҙыҡ-түлек һәм йылы әйберҙәр ташый, хәҙер иһә – рация, квадрокоптерҙар. Район халҡы ваҡытын һәм аҡсаһын йәлләмәйенсә, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә. Өлөшләтә мобилизация башланғас, Марсель үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Ут “Камчатка” позывнойын ала. Өйҙә яугирҙе һигеҙ йәшлек ҡыҙы Эльвина көтә. Быйыл "Камчатка" генерал Шайморатов исемендәге миҙал менән бүләкләнде. Хәтерегеҙгә т