Чемпионатҡа илдең 15 төбәгенән, шулай уҡ унлаған илдән – Ҡытай, ЮАР, Мозамбик, Зимбабве, Эфиопия, Гвинея, Гана, Грузия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан геологик йүнәлештәге студенттар йыйылды. Һәр командала - кураторҙары менән бергә ете кеше. Алты көн буйы улар 11 төп этапта ярышасаҡ. Әле улар араһында йәрәбә һалынды. Чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) инициативаһы буйынса уҙғарыла. “Геосаҡырыу”ҙың эксперттары һәм остаздары – “Роснедра”ның һәм ведомстволар, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы компаниялар , профилле уҡыу йорттары, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге геологтары. - Бөгөн тәүге тапҡыр Карьера көнө үткәрелә – ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлектәре тураһында һөйләйәсәк һәм ғәмәли эшкә студенттарҙы йәлеп итергә тырышасаҡ. Беренсе чемпионатта күптәре тәжрибә туплап, киләсәккә юл алған да инде. Шуға күрә был йүнәлеш яңы белгестәр менән тулыланыр, ә йәштәр эшкә урынлашыу мөмки