Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Геолог һөнәренең киләсәге өмөтлө

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәксеһе Евгений Петров “Геосаҡырыу” чемпионатында ҡатнашҡан студенттар алдында лекция менән сығыш яһаны һәм ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Евгений Петров геологик разведка алдында торған ғәйәт ҙур бурыстарҙы билдәләне. Асылған ҙур ятҡылыҡтар дәүере тамамланды, кешелек планета тәрәнлегенә төшөргә тейеш. 2030 йылға хәҙергегә ҡарағанда 22 тапҡырға күберәк литий, кобальт, никель һәм графит кәрәк буласаҡ. Артабан «Карьера көнө» сиктәрендә Рәсәйҙең ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән шөғөлләнеүсе ойошмалар вәкилдәре сәхнәгә сыҡты. Улар файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү һәм тикшереүҙең күләмле проекттарын, мәғлүмәт һанлаштырыу технологияларын тәҡдим итте. II халыҡ-ара “Геосаҡырыу” чемпионаты 9 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн илдең 15 төбәгенән һәм 10 сит илдән вәкилдәр килде. Мәғлүмәт сығанағы: “Молодежная газета”. Фото Андрей Старостин.