Башҡортостан Республикаһы ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы 2024 йылда федераль грант алыусылар исемлегенә инде. Исемлекте Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин раҫланы. Документҡа ярашлы, "Евразия" ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереүгә 187 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. - Беҙҙең "Евразия" ғилми-белем биреү үҙәге биш йыл тиерлек эшләй. Юғары уҡыу йорттары, ғилми учреждениелар етәкселәре менән берлектә эшләү һөҙөмтәһендә Башҡортостандың бөтә ҙур федераль ғилми-технологик проекттарҙа ҡатнашыуына өлгәшә алдыҡ. Был «Өҫтөнлөк 2030», «Алдынғы инженерлыҡ мәктәптәре», «Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы» һәм башҡалар. Фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәле булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Федераль грант суммаһының бер өлөшө вуз-ара студенттар кампусында яңы лабораториялар булдырыуға йүнәлтеләсәк. Атап әйткәндә, уларҙың береһендә Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәм
Федераль грант яңы лабораториялар асырға булышлыҡ итәсәк
3 сентября 20243 сен 2024
1 мин