Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Балағыҙҙың уҡыуы өсөн ярты хаҡ ҡына түләйәсәкһегеҙ

Рәсәй Президенты тарафынан иғлан ителгән Ғаилә йылында Башҡортостанда ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Уларҙың береһе – республика колледждарында күп балалы ғаиләләрҙән белем алған ҡыҙ йәки егеттең уҡыуы өсөн түләнгән хаҡтың бер өлөшө кире ҡайтарыла. - Быйылдан башлап күп балалы ата-әсәләр йыл һайын урта белем биреү программаһы буйынса республика мәғариф ойошмаларында уҡыуҙың ярты хаҡҡа тиклем йәки бер уҡыу йылында 30 мең һумға тиклем суммаһын кире ҡайтара ала. Программа республика уҡыу ойошмаларының 100-гә яҡынында ғәмәлдә. Шуныһы мөһим: күп балалы статусы булған барлыҡ ғаиләләргә, килемде иҫәпкә алмайынса, компенсация бирелә, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Ташлама көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙарға һәм егеттәргә тәғәйенләнгән. Колледждарҙың һәм техникумдарҙың тулы исемлеген түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://rcspn.bashkortostan.ru/activity/46770/). Компенсацияны алыу өсөн ғаризаны Күп

Рәсәй Президенты тарафынан иғлан ителгән Ғаилә йылында Башҡортостанда ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Уларҙың береһе – республика колледждарында күп балалы ғаиләләрҙән белем алған ҡыҙ йәки егеттең уҡыуы өсөн түләнгән хаҡтың бер өлөшө кире ҡайтарыла. - Быйылдан башлап күп балалы ата-әсәләр йыл һайын урта белем биреү программаһы буйынса республика мәғариф ойошмаларында уҡыуҙың ярты хаҡҡа тиклем йәки бер уҡыу йылында 30 мең һумға тиклем суммаһын кире ҡайтара ала. Программа республика уҡыу ойошмаларының 100-гә яҡынында ғәмәлдә. Шуныһы мөһим: күп балалы статусы булған барлыҡ ғаиләләргә, килемде иҫәпкә алмайынса, компенсация бирелә, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Ташлама көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙарға һәм егеттәргә тәғәйенләнгән. Колледждарҙың һәм техникумдарҙың тулы исемлеген түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://rcspn.bashkortostan.ru/activity/46770/). Компенсацияны алыу өсөн ғаризаны Күп функциялы үҙәк йәки Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында бирергә була. Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.