Баймаҡ районында йәшәгән ветеран уҡытыусы Таңһылыу Вәлиеваның ҡыҙыҡлы яҙмаларын даими рәүештә гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ. Был юлы автор ҡомартҡы сынаяҡ тураһында хәбәр итә. "Кешенең күҙ ҡараһындай итеп ҡәҙерләп ғүмер буйы һаҡлаған нимәһелер була. Үҙенән - балаһына, балаһынан - ейәненә, ейәндән уның балаһына ҡалдырылып һаҡлана был ҡомартҡылар. Баймаҡ районының Байым ауылында йәшәгән 86 йәше менән барған абруйлы инәйебеҙ Хәмдиә Хажиәхмәт ҡыҙы Бикмөхәмәтовала үҙенсәлекле тарихлы ҡомартҡы сынаяҡ бар. Бер пар сынаяҡты Хәмдиәгә ҡайныһы, тәүге кейәүе Әхмәттең (хәҙер вафат) атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, бик күп хәрби наградаларға лайыҡ булған яугир Яҡуп Әбүзәр улы Хәлитов бүләк иткән. Ә ҡомартҡы сынаяҡтың тарихы былай. Хәмдиә Мәүғиҙә һәм Хажиәхмәт Ғәббәсовтарҙың күмәк балалы ғаиләһендә тыуып үҫә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында баш һала. Ул саҡтағы атайһыҙ ҡалған бик күп үҫмерҙәр кеүек ауырлыҡ-юҡсыллыҡты кисерә ҡыҙ. Әсәһе лә ауырып үлеп ҡала. Хәмдиә апайҙары, ағайҙары ҡарамағында ҡа