Республика Эске эштәр министрлығының дежур частарына мутлашыуҙар тураһында 20 хәбәр килгән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенә 39 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Ғариза яҙыусы полицияға мессенджерҙарҙың береһендә билдәһеҙ номерҙың шылтыратыуын һөйләгән. Шылтыратыусы үҙен финанс аналитигы тип таныштырып, өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Һүҙ аҡсаны инвестициялау тураһында барған. Ҡатын тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, ике ай буйына аферисҡа 1,5 миллион һум күләмендә кредит аҡсаһын күсергән. Тик зыян күреүсе өҫтәмә аҡса эшләй алмаған. Ҡатын һуңғы аҡсаһын инвестицияға һалғас та, трейдер юҡҡа сыҡҡан. Ошондай уҡ ғариза менән Асҡын һәм Благовещен райондары полицияһына 44 һәм 37 йәшлек ирҙәр мөрәжәғәт иткән. Улар ҙа аҡсаларын инвестицияға һалып, күберәк килем алырға теләгән. Һөҙөмтәлә Асҡын районынан ир - 950 мең, Благовещендан зыян күреүсе ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәтерегеҙгә төшөрә: әгәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә инвестициялар ярҙамында күберәк аҡса эшләргә тәҡдим итһәләр, һаҡ булығыҙ. Тимәк, улар – мутлашыусы. Фото: Башинформ.