Республиканың 50-нән ашыу уникаль объекты "һаҡлау аҫтында" статусын аласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Башҡортостан Республикаһының милли мираҫы дәүләт реестры тураһында”ғы Закон ҡабул итергә йыйына. – 2021 йылда яңыртылған Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ата-бабаларҙың хәтерен, быуындарҙың күсәгилешлеген һәм теләктәшлеген һаҡлау тураһында положение менән тулыландырылды. Хәтер һәм күсәгилешлек – ул тәү сиратта тарихҡа, мәҙәниәткә, тәбиғәт ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡараш. Уникаль объекттарға һаҡлау статусын биреү өсөн уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли мираҫы дәүләт реестрына индерергә тәҡдим ителә. Реестр закон менән раҫланасаҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы парламентҡа тейешле закон проектын тәҡдим итте. Депутаттар документты көҙгө сессия осоронда ҡараясаҡ, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Документта матди ҡомартҡылар ғына түгел, ә рухи мираҫтың матди булмаған объекттары ла сағылыш таба. – Башҡортостан